-1 °С
Ясна
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ноябрь 2020, 12:30
Ҡаҙ өмәһе (Алға ћәм Мәкәш ауылдары уңғандары)
Ҡырпағай ҙа етте бына,Ерҙе япты тәүге ҡар.Ауылдарҙа был мәлдәрҙеңҮҙ йәме һәм тәме бар.
Ауыл гөрләй. Һуғым мәле –
Байрамы ул халыҡтың.
Бәрәкәте булһын инде
Келәт тулы байлыҡтың.
Күрше-күлән, ағай-эне
Йыйыла иртүк таңдан.
... Гөрләтеп өмә үткәреү
Тик ауылда һаҡланған.
...Бөгөн бына ҡаҙ өмәһе,
Һимереп еткән ҡаҙҙар.
Ихатала зыу киләләр
Ҡаҙҙар, ҡыҙҙар – хас баҙар!
Ир заттары эш башлайҙар,
Әйтеп бисмиллаларын.
Шөкөр, ауыл һаҡлай әле
Мосолман йолаларын.
Ҡыҙ-ҡырҡын үҙен күрһәтә,
Кем тилбер ҙә, кем уңған.
Хужалар ҙа бик ҡәнәғәт:
Ҡаҙҙары һимеҙ булған!
Йырлай-көлә ҡаҙ йолҡҡанда,
Борхолдап китә йөндәр.
Ҡыҙлы йортта был мамыҡтан
Әҙер бирнәгә мендәр!
Һыу буйында түшкә сайҡау –
Иң күңелле мәл ошо.
Егеттәр башлап ебәрә
Таҡмаҡ, бейеү ярышын.
Һәр ерҙә лә ҡаҙ өмәһе –
Оло байрам, оло туй.
Егет-елән ҡыҙ күҙләр мәл...
(Ҡолағыңа киртеп ҡуй).
...Табыштырҙы, ҡауыштырҙы
Беҙҙе лә ҡаҙ өмәһе.
Саф, пак хистәр – аҡ ҡыштыҡы,
Һөйөүебеҙ – аҡҡоштоҡо,
Бер үк сит күҙ теймәһен!
(Яҡташтар ижады).
Читайте нас: