+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ноябрь 2020, 02:05

"Айыҡ ауыл-2020" конкурсы

Ағымдағы йылдың август айында "Айыҡ ауыл-2020" республика конкурсы старт алды. Конкурстың муниципаль этабында республиканың барлыҡ ауыл биләмәләре лә ҡатнаша.Әле был йүнәлештә ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында гәзитебеҙҙең сайтынан уҡығыҙ.

Барлыҡ ауылдар халҡы ла айыҡлыҡ акцияһын яҡлап сыҡты. Урындарҙа ауыл активистары, аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, дин әһелдәре ҡатнашлығында йыйылыштар уҙғарылды һәм башҡарыласаҡ эштәр планы раҫланды.
Ошо көндәрҙә район Мәҙәниәт йортоноң ауылдарҙағы филиалдары районыбыҙҙың ауыл Советтары менән таныштырыусы презентация видеояҙмаларын төшөргән. Һеҙҙең иғтибарға Имай-Ҡарамалы, Алға, Поляковка һәм Ҡаҙырғол ауыл биләмәләренең видеояҙмаларын тәҡдим итәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа күрә, техник сәбәптәр арҡаһында "Одноклассники" социаль селтәрендә видеояҙмаларҙы урынлаштырып булманы, уларҙы "ВКонтакте" социаль селтәрендә беҙҙең гәзиттең төркөмөнән ҡарай алаһығыҙ
Читайте нас: