+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ноябрь 2020, 13:45

Күршеләрҙән ҡурҡып...

Йоҡлап та булмай

БСТ каналының “Яңылыҡтар” тапшырыуында Салауат ҡалаһындағы күп ҡатлы йорттағы фатирҙарҙың береһе һуҡбайҙарҙың, фәхишәләрҙең килеп йөрөгән урынына әйләнеүе тураһында сюжет күрһәтелде. Фатир бишенсе ҡатта урынлашҡан. Йә, хоҙай! Күршеләргә нишләргә? Бындағы бысраҡлыҡ, бындағы еҫкә түҙеп торорлоҡ булмағанлыҡтан, бер нисә ғаилә йәшәү урынын алыштырған. Башҡаса мөмкин дә түгел. Кухняны бәҙрәф иткәндәр.
Фатир ҡала хакимиәте ҡарамағында, етемгә ул социаль найм килешеүе буйынса бирелгән. Был фатирҙа нилектән ошондай хәшәрәтлек икән һуң тигән һорау тыуа. Баҡтиһәң, фатир хужаһының “ҡыйығы киткән”. Ә күршеләр түҙергә мәжбүр...
Фото интернет селтәренән.
Читайте нас: