-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ноябрь 2020, 15:00

Ауылдашымды ҡотлайым

Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Әсәйҙәр Көнө билдәләнә. Быйыл ул 29 ноябргә тура килә.Ошо уңайҙан гәзитебеҙҙең сайтында Әсәйҙәргә арналған мәҡәләләр циклын баҫабыҙ. Киләһе яҙмала Закир Әхмәтйәнов ауылдашы, Яңы Мерәҫ ауылында йәшәүсе Шәмсиямал Һиҙиәт ҡыҙы Ҡадирова тураһында яҙа. Ентекләберәк сайтта уҡый алаһығыҙ.

"Әсәйҙәр көнө яҡынлашып килгәндә, - тип яҙа ул, - мин үҙебеҙҙең ауылдашыбыҙ Ҡадирова Шәмсиямал Һиҙиәт ҡыҙын ошо күркәм байрам менән ҡотлайым.
Ул - лайыҡлы әсә. Тормош иптәше Зыя ағай менән 10 балаға ғүмер биреп, уларҙы башлы-күҙле итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар. Ҡадировтар хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда, фермала эшләйҙәр. Улар - танылған малсылар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр ҡайғылар ҙа кисерергә тура килә Шәмсиямал апайға. Өс балаһын, тормош иптәшен юғалта ул. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бөгөнгө көндә иҫән-һау, тырышып донъя көтөп ята. 80 йәштән уҙһа ла, күркәм йорто ялт итеп тора. Балалары килеп йөрөй, ярҙам итә. Үҙе лә һәр- береһенә терәк булып, хәйер-фатихахын биреп йәшәй. Оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйбеҙ уға".
Читайте нас: