+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ноябрь 2020, 12:45

Хоҙай рәхмәтенән айырмаһын

Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Әсәйҙәр Көнө билдәләнә. Быйыл ул 29 ноябргә тура килә. Ошо уңайҙан гәзитебеҙҙең сайтында Әсәйҙәргә арналған мәҡәләләр циклын баҫабыҙ. Уларҙың тәүгеһе - Иҫке Мерәҫ ауылында йәшәүсе Гөлзәйнәп Сәғиҙулла ҡыҙы Зарипова тураһында. Ентекләберәк сайтта уҡый алаһығыҙ.

«Әсәйҙәр Көнө – иң тулҡынландырғыс байрамдарҙың береһе,- тиҙәр Иҫке Мерәҫ ауылында йәшәүсе Ришат һәм Зөлфиә Зариповтар. - Һәр кеше ғүмере буйына үҙенең күңелендә ғәзиз кешеһенең – Әсәһенең ҡабатланмаҫ образын йөрөтә. Ул һәр ваҡытта йыуатырлыҡ наҙлы һүҙҙәр таба белә, иркәләй, ҡулдарының йылыһы менән күңелгә ышаныс өҫтәй һәм бер нимәгә ҡарамай, һине ғүмере буйына ярата.
Әсәй! Әсәкәйем – был ҡыҫҡа, ябай ғына һүҙ беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ өсөн дә иң ҡәҙерлеһе булып тора! Унда күпме йылылыҡ, күпме наҙ бар. Әсә образын данлап шағирҙар күпме шиғыр ижад иткән, улар тураһында күпме йырҙар яҙылған!
Иртәгә, 29 ноябрҙә, Рәсәйҙә Әсәйҙәр Көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан беҙ ҙә ҡәҙерле кешебеҙ – әсәйебеҙ тураһында һөйләргә теләйбеҙ.
Гөлзәйнәп Сәғиҙулла ҡыҙы Зарипова бар ғүмерен тыуған ауылы менән бәйләгән. Атайыбыҙ Фәнис менән «Родина» колхозында хеҙмәт һалғандар. Әсәйебеҙ 38 йыл ғүмерен колхозға бағышлаған, тәүҙә һауынсы булған, артабан атайыбыҙ менән быҙау ҡараған, һуңынан, хаҡлы ялға сыҡҡансы, ферма мөдире була.
Ғүмере буйы тынғылыҡ белмәгән әсәйебеҙ, бөгөн дә ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай. Ғаиләбеҙҙең ныҡлы терәге ул. Беҙгә мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрашып, донъя көтөүен дауам итә. Ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләрен тәрбиәләшә. Әсәйебеҙ асыҡ йөҙлө, киң күңелле булғанға күрә, йортобоҙҙан кеше өҙөлмәй. Гөлзәйнәп Сәғиҙулла ҡыҙы килгәндәрҙең барыһын да яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, кәңәштәрен биреп, оҙатып ҡала.Ярҙам һорап килеүселәрҙең береһен дә кире бороп ебәрмәй ул, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә.
Яҡынлашып килгән байрам уңайынан ҡәҙерле кешебеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Уға бөтә изгелектәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, балалар шатлығы, Хоҙай ярҙамынан айырылмауын теләйбеҙ!»
Читайте нас: