+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ноябрь 2020, 16:30

Изге әсә лә ул...

Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Әсәйҙәр Көнө билдәләнә. Быйыл ул 29 ноябргә тура килә.Ошо уңайҙан гәзитебеҙҙең сайтында Әсәйҙәргә арналған мәҡәләләр циклын баҫабыҙ. Артабан һүҙебеҙ - Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе Альфира Ринад ҡыҙы Гильдина тураһында. Ентекләберәк сайтта уҡый алаһығыҙ.

"...Изге әсә лә ул,
Тырыш эшсе лә ул,
Йәм биреүсе, йән биреүсе Ватанға..." - тигән йыр юлдары Альфира Ринад ҡыҙына тулыһынса тап килә тиергә була. Ысынлап та ул - күп балалы, оло йөрәкле, изге күңелле әсә лә, тырыш эшсе лә...
Альфира ханым Дәүләкән районы Дүртөйлө ауылында яҡты донъға килә. Урта мәктәпте тамамлағас, артабан уҡыуын Башҡорт дәүләт университетында дауам итә. Ҡулына диплом алғас, тыуған районына ҡайта һәм хеҙмәт юлын башлай. Тәүҙә райондың ЗАГС бүлеге белгесе була, бөгөнгө көндә ошо бүлектең начальнигы вазифаһында эшләй. Тормош иптәше, Хөсәйен ауылы егете Илдус менән өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр, ҙур, иркен йорт һалып сыҡҡандар, кешеләрҙе һоҡландырып татыу, етеш тормошта йәшәйҙәр. Үҙе сәскә кеүек Альфираның донъяһы ла сәскәләргә күмелеп ултыра: йыл әйләнәһенә тәҙрә төптәрендә гөлдәре күкрәп сәскә атһа, йәйҙәрен баҡсаһы йәйғор төҫтәренә күмелә.
Балалары ла ата-әсәһенә оҡшап, аҡыллы, итәғәтле, мөләйем уларҙың. Был сифаттар күберәге балаларға Альфира Ринад ҡыҙынан күскәндер, тип уйлайым. (Хәйер, тормош иптәше Илдус та - баҫалҡы, тәртипле кеше).
Эш урыны үҙенсәлекле булғанға, күбеһенсә ял көндәрендә эш урынында булырға тура килә уға. Шуға Илдусына, балаларына уны аңлауҙары, ҡулдарынан килгән тиклем ярҙам итеүҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.
Эйе, эшен бар күңеленән ярата Альфира ханым. ЗАГС-та тик никахтар ғына теркәлмәй. Балаға тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырыла, оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаилә парҙарын тәбрикләү тантаналары үтә, исемдәр алыштырыу теркәлә - былары - эш үҙенсәлектәренең ыңғай, шатлыҡлы яҡтары. Ҡыҙғанысҡа күрә, күңелде киткән мәлдәре лә булып тора - донъянан киткәндәрҙе лә теркәргә тура килә. Бындай минуттарҙы йомшаҡ күңелле Альфира айырыуса ауыр кисерә.
Бына шундай мөләйем, алсаҡ күңелле ҡатын, изге йөрәкле, балалары өсөн йәнен бирергә әҙер тороусы әсәй ул - Альфира Гильдина. Уның менән осрашҡанда, ҡояштай йөҙөнә ҡарап, үҙенән-үҙе йылмаяһың, сөнки унан һибелгән күҙгә күренмәҫ йылы нурҙар йөрәгеңдең иң йәшерен мөйөштәренә үтеп инә.
Байрам уңайынан Альфира Ринад ҡыҙына һаулыҡ һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйбеҙ.
Читайте нас: