+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ноябрь 2020, 13:10

Изге теләктәрем - ҡәҙерлемә

Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Әсәйҙәр Көнө билдәләнә. Быйыл ул 29 ноябргә тура килә.Ошо уңайҙан гәзитебеҙҙең сайтында Әсәйҙәргә арналған мәҡәләләр циклын баҫабыҙ. Киләһе мәҡәләбеҙ Сапай ауылында йәшәүсе Кәмилә Хужиәхмәт ҡыҙы Дәүләтгәрәева тураһында. Ентекләберәк сайтта уҡый алаһығыҙ.

«Әсә... Бәләкәй генә ошо һүҙҙә күпме мәғәнә ята! – тип башлай Лилиә Ғабдрафиҡова. - Унда әсәнең иртән үбеп уятыуы ла, ҡулдарының наҙы ла, ауыр саҡтарҙа һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер тороуы ла бар.
Әсә – ул донъялағы иң изге, иң яҡын, иң ҡәҙерле кеше. Балаһы бәхетле булһын өсөн бар көсөн һалыусы ла, хатта кәрәк булһа, үҙ ғүмерен дә ҡыҙғанмаусы, бер ҡасан да һине һатмаусы ла ул.
Минең әсәйем Кәмилә Хужиәхмәт ҡыҙы Дәүләтгәрәева 1946 йылдың 17 сентябрендә Дәүләкән районы Сапай ауылында тыуып-үҫкән. Ивановка ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң,Ҡыҙрас ауылының почта бүлексәһенә эшкә урынлаша һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошонда хеҙмәт һала. Уның хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу.
Атайым Фәрит менән тормош ҡороп, беҙгә, биш балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Яҡшы тәрбиә биреп, ҙур тормош юлына сығарҙылар, бөгөнгө көндә лә бөтәбеҙгә лә оло ярҙамсы, ныҡлы терәк улар.
Күптән баҡыйлыҡҡа күскән ҡәйнәһе Сәмиғаны ла тик яҡшы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала әсәйем. «Бар эштәрҙә лә ярҙамсым булды, балаларҙы тәрбиәләште. Ҡәйнәм булмаһа, хужалыҡ алып барыуы ҡыйыныраҡ булыр ине», - ти ул.
Әсәйем баҫалҡы холоҡло, сабыр, тыйнаҡ, үҙе тураһында маҡтап ҡөйләгәнде яратмай. Киң күңелле, йомарт, һәр кемгә асыҡ йөҙлө әсәйемде ауыл халҡы ихтирам итә. Аш-һыуға оҫта, бешергән тәмлекәстәрен, ҡоймаҡ-бәлештәрен ашап туйғыһыҙ була.
Бөтә балалары исеменән ҡәҙерлебеҙҙе байрам менән ҡотлайым! Әсәйемә бөгөнгө байрам көнө уңайынан бөтмәҫ шатлыҡтар, балалары, ейәндәре, бүләләренең ҡыуаныстарына һөйөнөп оҙаҡ йәшәүен теләйем!
Яҙмамдың һуңында уның яҙмышына тура килгән шиғыр яҙып үтәм (авторы билдәһеҙ).
Әсәйле булғанға рәхмәт, Раббым!
Зинһар һаҡла уны һағыштан,
Ул былай ҙа инде күп һыналған,
Һәм сыныҡҡан әсе яҙмыштан!
Сәстәренә күптән ҡарҙар ҡунған,
Йыйырсыҡтар алһыу йөҙөндә...
Тик шулай ҙа әле бик матур ул,
Сал сәстәре хатта килешә!
Һиңә тормош бирмәгәнде, әсәй,
Бирер инем ҙурлап бүләккә...
Яраларын ғына төҙәталмам,
Бармы дауа һинең йөрәккә?!
Әсәй күргәндәрен әгәр яҙһам,
Бер китапҡа улар һыймаҫ та.
Тик бер теләк - әсәйемде, Раббым
Хәсрәттәрҙән һаҡла һәм яҡла!!!
Читайте нас: