-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ноябрь 2020, 14:30

Маҡтау һүҙе – һеҙгә, әсәләр

Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Әсәйҙәр Көнө билдәләнә. Быйыл ул 29 ноябргә тура килә.Ошо уңайҙан гәзитебеҙҙең сайтында Әсәйҙәргә арналған мәҡәләләр циклын баҫабыҙ. Артабанғы мәҡәләбеҙ - Сапай ауылынан Нәсимә Минеғол ҡыҙы Сафина тураһында. Ентекләберәк сайтта уҡый алаһығыҙ.

Киләһе маҡтау һүҙҙәре – Нәсимә Минеғол ҡыҙы Сафина тураһында.
Нәсимә Минеғол ҡыҙы хеҙмәт юлын Дәүләкән районы Сапай ауылының балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башлай. Тәрбиәләнеүселәрен дә үҙ балаларылай күргән Нәсимә Минеғол ҡыҙын балалар баҡсаһы мөдире итеп үрләтәләр. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ошонда тырышып эшләй ул. Ауыл балаларының бер нисә быуынына икенсе әсәй булды, тип әйтһәк тә, һис тә арттырыу булмаҫтыр, моғайын.
Тормош иптәше менән өс баһадирҙай ул тәрбиәләнеләр, хәҙер ике ейән һәм бер ейәнсәрҙәренең шатлығына ҡыуанып йәшәйҙәр. Ихата тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр. Ауылды йәмгә күмеп хужабикәнең аллы-гөллө сәскәләре иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем күҙҙең яуын алып ултыра.
Нәсимә Минеғол ҡыҙы – ысын мәғәнәһендә, оло йөрәкле ҡатын, ауылда күптәргә өлгө булырлыҡ кеше. Түшәктә ятҡан ҡәйнәһен 12 йыл буйы үҙ әсәһеләй тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙатты ул.
Бына шундай ҡатын, һоҡланғыс Әсә йәшәй Сапай ауылында. Артабан да кешеләргә өлгө булып, ғүмер юлынан арымай-талмай алға атлағыҙ, Нәсимә Минеғол ҡыҙы!
Читайте нас: