"Был байрам - бөтә әсәйҙәргә уларҙың йоҡоһоҙ төндәре, балаларына булған сикһеҙ һөйөүҙәре,көндәлек тормоштағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәре өсөн дан йырлай торған көндәрҙең береһе, - тип яҙа беҙгә ҡыҙы Гөлнара Хафизова. - Байрам уңайынан мин дә ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле кешем - әсәйем тураһында яҙып үтергә булдым.
Минең әсәйем, Вәлиева Гөлйөҙөм Ситдиҡ ҡыҙы 1943 йылда Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылында тыуған. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән. Атаһы һуғыштан ауыр яралар менән ҡайтҡан. Ағай-апайҙары һәм туғандары менән улар бар хужалыҡ эштәрендә ата-әсәһенә ярҙам итеп йәшәгән. Йылдар уҙған, улар бер-бер артлы тыуған ояларынан осоп сығып киткән. Әсәйем дә хеҙмәт юлын башлаған. 1967 йылдың декабрендә, ауылға ялға ҡайтҡан көндәрҙең береһендә уны күрше Сапай ауылы егете, атайым Зайнулла урлап алып ҡайтып китә. Уларҙың йортона барып төшкәс, әсәйем тәүҙә кире ҡайтып китергә уйлай, әммә береһенән-береһе бәләкәйерәк биш баланы күрә, (атайымдың әсәһе вафат булған, атаһы хөкөм ителгән, ә ул балаларҙың иң өлкәне була) етмәһә уларҙың иң кескәйе Гүзәл: "Әсәй", - тип итәгенә лә килеп һарылғас, был уйынан кире ҡайта һәм Сапай ауылында тороп ҡала. Оҙаҡламай улар Дәүләкән ҡалаһына күсеп килә һәм 1-се механизацияланған күсмә колоннаға (МПМК-1) эшкә урынлаша. Әсәйем хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо ойошмала тәүҙә кирбес заводында, һуңынан ҡаҙанлыҡта оператор булып хеҙмәт һалды. Бер-бер артлы өс балалары яҡты донъяға килә. Тормош шулай үҙ яйына ағыуын дауам итте. Әсәйем дә, атайым да - киң күңелле, алсаҡ, ярҙамсыл кешеләр. (Ҡыҙғанысҡа ҡаршы атайым арабыҙҙа юҡ инде, ҡаты ауырыуҙан йәшләй үк вафат булды). Атайымдың биш туғанын үҙ балаларылай тәрбиәләп, ҙур тормошҡа сығарҙылар. Бөгөнгө көндә лә улар әсәйем янына килеп, хәлен белешеп тора.
Киң күңелле әсәйемдең ишеге һәр ваҡытта ла асыҡ. Килгән кешенең береһен дә кире бороп ебәрмәй ул. Хатта таныш булмағандарҙы ла өҫтәле тулы һый-ниғмәт, яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Уның янына килгән һәр кем, әсәйемдең кәңәштәрен тыңлап, йән тыныслығы алып ҡайтып китә.
Әсәйемә ауыр ҡайғылар ҙа кисерергә тура килде. Атайыбыҙ Зайнулланы, ҡыҙы Әлфиәне, үҙ балаһылай күреп үҫтергән ҡәйенһеңлеһе Ләләне, ҡәйнеше Иректе һәм уның улдары Илгиз менән Илдусты ла баҡыйлыҡҡа оҙатты ул. Бынан тыш, ауыр сир менән дә көрәшә. Әммә оло йөрәкле, изге күңелле әсәйем ауыр һынауҙарҙан бөгөлмәй, һәр тыуған көнгә ҡыуанып йәшәүен дауам итә. Беҙгә, балаларына, яҡындарына, бөтә туғандарына ҡулынан килгән тиклем ярҙам итеп тора. Бәйләм бәйләргә, сәйләндән төрлө әйберҙәр үрергә ярата ул. Бик матур итеп йырлай. "Әхирәттәр" фольклор ансамбле ойошторолған көндән алып уның әүҙем ҡатнашыусыһы.
Байрам уңайынан яратҡан әсәйемде бөтәбеҙ исеменән ҡайнар ҡотлайым! Уға ниндәй генә һүҙҙәр әйтһәм дә, ниндәй генә бүләктәр бирһәм аҙ булыр! Балалар шатлығы, ныҡлы һаулыҡ, артабан да һәр көнгә ҡыуанып, беҙгә терәк-таяныс булып, алсаҡ ҡояштай, әйләнә-тирәләгеләргә йылы өләшеп, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүен теләйем! Беҙ һине яратабыҙ, әсәй!"