+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ноябрь 2020, 13:30

Рәхмәттәрем һиңә, әсәйем

Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Әсәйҙәр Көнө билдәләнә. Быйыл ул 29 ноябргә тура килә. Ошо уңайҙан гәзитебеҙҙең сайтында Әсәйҙәргә арналған мәҡәләләр циклын баҫабыҙ. Киләһе яҙмабыҙ - Хөсәйен ауылында йәшәүсе Рита Тимербай ҡыҙы Күсәрбаева тураһында. Ентекләберәк сайтта уҡый алаһығыҙ.

«Күп һанлы байрамдар араһында Әсәйҙәр Көнө айырым урын алып тора. Ул - бөтәһе өсөн дә иң наҙлы, иң яғымлы һәм яҡты байрам, - тип яҙа уның ҡыҙы Гөлназ. – Байрам бер кемде лә битараф ҡалдырмай, ҡатын-ҡыҙҙың яңы быуын тыуҙырыу һәм тәрбиәләүе менән бәйле мөһим миссияһының изгелеген һәм бөйөклөгөн тәрәнерәк аңларға ярҙам итә. Тап әсәйҙәргә беҙ ғүмеребеҙ, ғаилә усағының йылыһы, беҙгә һалынған бөтә яҡшы сифаттар өсөн бурыслыбыҙ. Уларҙың эш һөйөүсәнлеге, тынғы белмәҫ изге йөрәктәре, тормош тәжрибәләре беҙҙең өсөн өлгө булып тора.
Әсәйебеҙ, Рита Тимербай ҡыҙы Хөсәйен ауылында ғүмер кисерә. Оҙаҡ йылдар «Өршәк» колхозында - тәүҙә һауынсы, һуңынан ферма мөдире булып хеҙмәт һалды. Колхоз таралғас, атайым менән кәңәшләшеп, ауылда магазин асып ебәрҙе. Бөгөнгө көндә лә тырышып эшләй, ауылдаштарҙы көндәлек кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә.
Әсәйебеҙ атайыбыҙ Тимерғәзим менән өс балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Бөгөнгө көндә бөтәбеҙ ҙә үҙаллы тормош көтәбеҙ: Алик - Себер тарафтарында, мин – Бөрйәндә башҡорт теле уҡытыусыһы, төпсөк улы Альберт нефть сығарыу тармағында водитель булып эшләйбеҙ.
Тырыш кеше Рита Тимербай ҡыҙы. Уңған кешенең донъяһы ла әллә ҡайҙан күренеп, тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра. Атайым менән баҡсала төрлө еләк-емеш, йәшелсә үҫтерәләр, ихата тултырып ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрайҙар. Балаларына ярҙам итеп йәшәйҙәр. Әсәйем шулай уҡ матур сәскәләр үҫтерергә ярата. Өй эсебеҙ – йыл әйләнәһенә, ә йорт тирәбеҙ йәйҙәрен аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп, тирә-яҡҡа хуш еҫтәр һибеп, әйләнә-тирәне йәмгә күмеп ултыра.
Бөтә балалар кеүек үк, беҙ ҙә әсәйебеҙҙе бик яратабыҙ. Ул асыҡ йөҙлө, киң күңелле кешеләрҙең береһе. Уға байрам уңайынан күңелебеҙҙәге иң йылы хистәребеҙҙе еткерәбеҙ. Бөтәһе өсөн дә ҙур рәхмәт һиңә! Тирә-яҡты яғымлы йылмайыуың менән яҡтыртып, беҙҙе ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә яҙһын, әсәй!»
Читайте нас: