Олатаһы менән өләсәһе ҡарап үҫтерҙе Гөлсинәне. Шуға ла улар янына ҡайтҡан һайын донъяларын таҙалап китергә тырыша.
Был юлы тегенеһен-быныһын һөрткөләп алды ла, рәтләп ҡуяйым әле тип кәштәләге китаптарға тотонғайны, улар араһынан бер конверт килеп сыҡты.
– Ниндәй хат икән? Адресы ла юҡ. – Ҡыҙыҡһынып конвертты асты һәм “Һаумы, ҡәҙерле әсәйем! Һиңә һағынып, сәләмдәр ебәреүсе ҡыҙың Гөлсинә тип белерһең” тигән юлдарҙы уҡыны.
Был уның ҡасандыр әсәһенә үҙе яҙған хат ине. Гөлсинә уҡыуын дауам итте.
“Әсәй, тиҙерәк ҡайт инде, һине бик-бик һағындыҡ. Мин “бишле”гә генә уҡыйым. Ҡайтһаң, көндәлегемде күрһәтер инем. Уҡытыусы апай, молодец, ти. Әсәй, беләһеңме, һине гелән төшөмдә күрәм. Бер көндө, имеш, ҡайтҡанһың да, өсәүләп ҡалаға барҙыҡ, ҡустым менән икебеҙгә матур күлдәктәр алып бирҙең. Эргәлә һин булғас, эй, рәхәт, шаярабыҙ, көләбеҙ. Оҙаҡламай беҙҙе үҙеңдең яныңа алып киттең, каруселгә барҙыҡ. Тик уянып киткәс, ныҡ ҡыйын булды. Их, нишләп кенә төш булды икән, тип илап ебәрҙем. Төшөмдө өләсәйемә һөйләгәйнем, ул да иланы.
Класыбыҙҙа бөтәһенең дә әсәһе бар, бер минеке генә юҡ. 8 Март байрамында әсәйҙәрҙе мәктәпкә ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Элек гелән өләсәйем була торғайны. Быйыл аяғы һыҙлап торғас, килә алманы. Концерт күрһәттек. Аҙаҡтан барыһы ла әсәйҙәренә үҙҙәре яһаған бүләктәрҙе бирә башлағас, мин нишләргә лә белмәй тик торҙом. Эй ҡыйын булды. Мәктәптән илай-илай ҡайттым. Аҙаҡ һарайға инеп оҙаҡ итеп иланым. Өйҙә илаһам, өләсәйгә лә бик ҡыйын буласаҡ бит.
Әсәй, тиҙерәк ҡайт, йәме. Һинһеҙ беҙгә лә, өләсәйгә лә бик ҡыйын, уның да күҙҙәре гел йәшләнә…”
Гөлсинәнең күҙ йәштәре ҡағыҙ битенә тупылданы. Был хатты яҙғанын бөгөнгөләй хәтерләй ул. Бишенсе класта уҡыйҙар ине шикелле, уҡытыусы апай өйҙә кемгә булһа ла хат яҙып килергә ҡушты. Иртәгәһен һәр кем үҙенекен уҡый башланы. Берәүҙәр армияла хеҙмәт иткән ағаһына яҙған, икенселәр сәләмен ҡалала эшләп йөрөүсе апаһына юллаған. Сират уға етте.
– Йә, Гөлсинә, һин кемгә яҙҙың? Уҡып ишеттер әле, – тине апайҙары матур итеп йылмайып.
Бығаса һорау биреп өлгөрөр-өлгөрмәҫтән яуап ҡайтарған ҡыҙҙың башын эйеп тик тороуына ғәжәпләнеп:
– Гөлсинә, өйгә эшеңде әҙерләп өлгөрә алманыңмы әллә? – тип һораны уҡытыусы.
– Әҙерләнем.
– Улай булғас, уҡы инде.
Ҡыҙыҡай һаман да шым торғас, уҡытыусы апай эргәһенә килеп, уның дәфтәрен ҡулына алды һәм матур, тигеҙ хәрефтәр менән теҙелеп киткән юлдарға күҙ һалды. “Һаумы, ҡәҙерле әсәйем” тип башланған яҙыуға бер тынала күҙ йүгертеп сыҡҡан апайҙың үҙенең дә күңеле тулышты. Унан күҙҙәренән бына-бына йәш атылырға торған ҡыҙҙың арҡаһынан еңелсә һөйөп алды ла:
– Молодец, ҡайһылай матур яҙғанһың, ултыр, – тине.
Магазиндан конверт барып алып, өләсәй, әйҙә, ошоно әсәйемә тиҙерәк ебәрәйек, тип өтәләнеп йөрөгәнен дә күҙ алдынан уҙғарҙы Гөлсинә. Ул яҙған хат барып етһә, моғайын, әсәһе ҡайтмай ҡалмаҫ, тип уйланы сабый. Әммә, адресын белмәгәс, бер ни ҡыла алманылар. Киткәне бирле әсәһенән бер тапҡыр ҙа хат-хәбәр килмәне шул.
Өләсәһе һөйләүенсә, әсәһе мәктәптән һуң Силәбегә уҡырға китә. Шунда сит өлкәнән бер егет менән танышып, ғаилә ҡоралар. Бер йылдан Гөлсинә, унан ҡустыһы Урал тыуа.
Көндәрҙең береһендә ике сабыйы менән ҡайтып төшкән ҡыҙын ата-әсәһе һағайып ҡаршы ала.
– Айырылыштыҡ, уның менән башҡаса йәшәй алмайым, – тигән яуап менән генә сикләнә ҡыҙҙары.
Бер аҙ торғас:
– Ҡаҙағстан яғына эшкә китәм. Барып урынлашҡас, балаларҙы ҡайтып алырмын, – тип һаубуллаша ла ҡабат ҡайтмай, ҡош телендәй хәбәре лә булмай.
...Барыһының почтальон күренгән һайын ҡаршыһына йүгереп сығып, көн дә хат көтөүе бушҡа ғына ине. Ваҡыт бөтәһенә дауа тигәндәре раҫтыр, күрәһең. Хатта төн урталарында илай-илай әсәһен таптырған малай менән ҡыҙыҡай тора-бара уны онотто шикелле.
Беренсе класта уҡығанда Гөлсинә мәктәптән йүгереп ҡайтып инде лә: “Өләсәй! Бөгөн “бишле” алдым!” – тип ҡысҡырып ебәргән ыңғайға, өйҙә ят апайҙы күреп, уңайһыҙланып ҡалды. Был уларҙың әсәһе ине. Сығып китеүенә дүрт йыл тигәндә, тәүге тапҡыр ҡайтҡайны.
Ҡыҙыҡай ҙа, малай ҙа тәүҙәрәк әсәһен ятһынып, янына килергә ҡыйынһынып торһа ла, үҙ ҡаны бит, тиҙ эҫенде. “Әсәй, һине ныҡ һағындыҡ”, – тип тытылдығын сыҡтылар. Инде әсәләре башҡаса бер ҡайҙа ла китмәҫ, хәҙер гелән бергә булырбыҙ, тип уйланы улар. Ҡалай рәхәт икән әсәйең булыу. Көн дә мәктәптән ҡайтыуына ниҙер бешерә, өйгә тәмле еҫ тарала.
Бер нисә көндән әсәйҙәре йәнә юлға йыйынды. Ул көндө бөгөнгөләй хәтерләй Гөлсинә. Күмәкләшеп оҙатырға сыҡтылар. Туҡталышта оҙаҡ ҡына торһалар ҙа, автобус булмағас, үткенсе машинаны ҡул күтәреп туҡтаттылар. Бер нисә көн эсендә әсәләренә тамам өйрәнгән ҡыҙыҡай менән малайға унан тороп ҡалыу яман ҡыйын ине.
“Әс-ә-әй, китмә-ә-ә, әсә-ә-әй, китмә-ә-ә!” – Машина артынан йүгергән балалар һөрлөгөп, тәкмәсләп барып төштө лә туҙанлы юлда тулай-тулай иланы. Тимергә һыҙырылған аяғынан ҡан ағыуын да тойманы ҡыҙыҡай. Олатаһы менән өләсәһе, тымығыҙ инде, тип күтәреп алғас та, сабыйҙар уларҙың ҡулында тыпырсына-тыпырсына үкһене.
– Әсә-ә-әй, әсә-ә-әй!
...Айҙар үтте, йылдар үтте. Әммә әсәләре һыуға төшкәндәй ғәйеп булды.
Ҡыҙыҡай мәктәптән йүгереп килеп инер ҙә:
– Әсәйем ҡайтманымы? – тип һорар ине.
– Юҡ шул, балаҡайым.
– Нишләп ҡайтмай икән, ул бит тиҙ әйләнермен тине. Әсәйҙәр шулай алдашамы инде? Уҡытыусы апай: “Ялғанлау – иң насар ғәҙәт”, – тине.
– Ҡайтыр балаҡайым, ҡайтыр, тиҙ генә әйләнер ер түгел шул. Бәлки, юлы төшмәй торалыр.
Өләсәһенә ул ваҡытта ни тиклем ҡыйын булғанын бөгөн генә аңлай Гөлсинә. Уның йәшле күҙҙәрен йыш күрә ине. Әллә нишләп ҡырға китәм тине лә торҙо, үҙебеҙҙә эш бөткәндер шул, тип һөйләнгәне лә хәтерендә. Күрше инәйҙең, әхирәт, улай уҡ бөтөрөнмә, бынау сабыйҙар хаҡына үҙеңде һаҡларға тырыш, тигәнен дә ишетеп ҡалды.
Бер көн олатаһы менән өләсәһенең, балалар йоҡлайҙыр типтер инде, сәй эскәндә үҙ-ара һөйләшкәнен шым ғына тыңлап ятты ҡыҙ.
– Нишләп кенә хат яҙмай икән?
– Әллә бер-бер яман ҡулдарға осраны инде, – тине олатаһы.– Нишләп кенә үткенсе машинаға ултырҙы...
– Ҡуйсәле, әллә нимәгә юрамайыҡ.
– Аптырағандан әйтәм инде, нимә уйларға ла белеп булмай.
Мәктәптә уҡыған ваҡыттары иҫенә төшһә, бөгөн дә йөрәге телгеләнә Гөлсинәнең. 8 Март байрамы етә башлаһа, барыһы әсәһенә бүләк әҙерләй, шиғырҙар ятлай. Ҡайһы берәүҙәр яңы кейем кейеп килә лә, әсәйем алып бирҙе, тип маҡтана.
Өләсәһе менән олатаһына рәхмәт инде, ҡаҡманылар, һуҡманылар, һөйөп-яратып ҡына үҫтерҙеләр, матур күлдәктәрҙе лә, уйынсыҡтарҙы ла алып биреп торҙолар. Ҡыҙыбыҙ уҡырға инһә, кәрәк булыр, тип хатта аҡса йыйып барҙылар. Ә бына әсәһенең ҡустыһы күрмәгәндәрен күрһәтте. Ауыҙына араҡы эләктеме, торғаны менән йыртҡыс! Төн уртаһында иҫереп ҡайтып инә лә һүгенә-һүгенә ҡысҡыра, тегеләй итәм, былай итәм тип аҡыра.
– Тороғоҙ, нишләп ятаһығыҙ, әрәмтамаҡтар!
Унан матҡып тартып торғоҙа ла, ҡустыһына физзарядка эшләргә ҡуша, ә ҡыҙға һанап торорға бойора. Яңылыш ҡына башҡасараҡ булдымы, уңлы-һуңлы һалып та осора. Унан тышҡа ҡыуып сығара.
– Әрәмтамаҡтар, барығыҙ, ана, атайығыҙ менән әсәйегеҙҙе эҙләп табығыҙ ҙа шулар менән йәшәгеҙ, күҙемә күренмәгеҙ!
Ҡышҡы оҙон төндәрҙә һарайҙа илап, өшөп-ҡатып бөтә торғайнылар.
Олатаһы менән өләсәһе:
– Улым, нишләп улайтаһың... – тип ҡаршы сығып ҡарай ҙа һуң, йыртҡыс ҡиәфәтенә ингән кешегә уларҙы ишетеү ҡайҙа! Уның һайын шашына, уның һайын туҙына.
– Үҙегеҙҙе ҡыуып сығармағанға рәхмәт әйтегеҙ! – тип екерә башлай өлкәнәйгән ата-әсәһенә.
Ағаһының гел генә йәберләүенәндер инде, ҡустыһы ғәрипләнеп ҡалды.
Мәктәпте тамамлап сығып китерен түҙемһеҙләнеп көтөп алды Гөлсинә. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән ҡыҙға юғары уҡыу йортона инеү ҡыйын булманы.
Кейәүгә сыҡҡас та, әсәһе бына-бына туйына ҡайтып етер, шат, бәхетле йылмайып уның янында ултырыр тип өмөтләнде. Кеше һынлы кеше эҙһеҙ ғәйеп булырға энә түгел дә! Бөгөн ҡайһы берәүҙәрҙең шул нәмәм юҡ, был нәмә етешмәй тип зарланыуына аптырай Гөлсинә. Ул бары әсәләре булған кешеләрҙән генә көнләшә. Ниндәй бәхетле улар!
…Әллә ҡасан яҙылған инша Гөлсинәне йәнә аяныслы бала сағына, үткәндәргә алып ҡайтты. Ирендәрен ҡымтып, өләсәһе менән олатаһы алдында илап ебәреүҙән саҡ тыйылған ҡыҙыҡай иңенә көйәнтәләрен һалды ла, һыуға барып киләйем әле, тигән булып, йүгерә-атлай йылға буйына юл тотто…