-11 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
ЙӘМҒИӘТ
28 Ноября 2020, 20:55

Әсәйебеҙ - өй йәме

Буранғол ауылында тыуып үҫкән Фәниә инәйҙең бар ғүмере тыуған ерендә үткән

Сит яҡтарға сығып китмәүе, үҙе тыуып үҫкән гүзәллек ҡосағында ғүмер кисереүе, балалар үҫтереүе менән бик тә бәхетле Фәниә инәй Шәймөхәмәтова. Тормош иптәше Минеғол менән 61 йыл бергә иңде-иңгә терәп тормош көтәләр. Биш балаға ғүмер бүләк итәләр, бөгөн инде 11 ейәндәре, 7 бүләләре бар.Ҡарт олатай менән ҡарт өләсәй булыу бәхетен кисергән, ауылдағы хөрмәтле парҙарҙың береһе улар. Фәниә инәй "Асылыкүл" колхозы баҫыуҙарында сөгөлдөр ҙә үҫтерә, башҡа эштәрҙә лә тир түгә.
- Эй, ул шёп саҡтар, - ти Фәниә Ибәтулла ҡыҙы, - рәхәтләнеп эшкә барабыҙ, ауыр булыуға ҡарамаҫтан, кинәнеп эшләйбеҙ. Күмәк хужалыҡта бигерәк күңелле ине бит, ҡартайтты ғына бына. Ғүмер шул тиклем тиҙ үтә, күҙ асып йомған ара ғына икән. Йәшлек, егәрле саҡтар үткән дә киткән.
Бөгөн Фәниә Шәймөхөмәтова ҡәҙерле кешеләренән Әсә көнө айҡанлы ҡотлауҙар ҡабул итә башланы.
- Әсәйебеҙ - өй йәме, - тиҙәр уларҙың балалары. - Ҡайтып ингәс, уның тауышын ишетеү менән йөрәккә йылы инә, көс өҫтәлгәндәй була. Тыуған йортобоҙҙа ут оҙаҡ йылдар һүнмәһен, беҙҙе ҡаршылыусы ғәзиздәребеҙ имен-һау булһын!
Читайте нас в