«Әсәйебеҙ Әлфиә Муллағәли ҡыҙы Әхмәтова 35 йыл колхозда бухгалтер булып хеҙмәт һалды, - тип яҙа бөтә балалары исеменән ҡыҙы Ләйсән. - Хаҡлы ялға сыҡҡас та, күпмелер ваҡыт ауыл магазинында һатыусы булып эшләне.
Атайыбыҙ Урал менән беҙгә, 4 балаға, ғүмер бүләк итеп, яҡшы тәрбиә бирҙеләр һәм ҙур тормош юлына сығарҙылар. Гөлнара ҡыҙҙары - балалар табибы, Люциә – Дәүләкән Эске эштәр бүлегендә бухгалтер, мин – башланғыс кластар уҡытыусыһы, Илнур улдары - Өфө ҡалаһы заводтарының береһендә бригадир.
Тырыш, эш һөйөүсән, изге, алсаҡ күңелле әсәйебеҙ ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай. Ижадты ла бик ярата ул. Мәҙәниәт йортонда уҙғарылған бер генә саранан да ситтә ҡалмай. Уңған хужабикә, аш-һыуға оҫта. Уның бешергән аштары телеңде йоторлоҡ була.
Әсәйебеҙ беҙгә, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә өлгө булып тора. Беҙ уны бик яратабыҙ.
Байрам форсатынан файҙаланып, әсәйебеҙ, Әлфиә Муллағәли ҡыҙын бөтә балалары исеменән бар йөрәктән ҡотлайым! Уға ныҡлы сәләмәтлек, парлы ҡартлыҡ, балаларының, ейәндәренең шатлығына ҡыуанып оҙон ғүмер кисереүен теләйем!»