-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Ноябрь 2020, 14:10

Ирҙәргә - ҡатындарҙан. (шаярыу ҡатыш)

Иғтибарығыҙға билдәле шағирә Фирүзә Абдуллина ижад иткән матур, мәғәнәле шиғыр тәҡдим итәбеҙ.Беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Үҙ - үҙемде маҡтамайым,
Мин фәрештә түгел, беләм,
Әммә ошо холҡом менән
Һиңә ярап йәшәп киләм.

Күп мыжымай, ипләп кенә
Кисерәм бар ғәйебеңде,
Өҫтөң таҙа, ашың тәмле,
Ҡалғаны үҙ мәйелеңдә.

Халыҡ алдында даныңды
Сығармайым, үҙем "йотам ",
Һорамайым наҙ, йылы һүҙ —
Ғүмер буйы сабыр көтәм.

Сағыштырып әллә кемгә,
Уйлайһыңдыр — бына бәхет!
Һин әлегә аңламайһың —
Ошо көнөң — үҙе тәхет!

Ҡәҙерен бел бергә саҡтың,
Был бәхет бит мәңге түгел,
Ҡырыҫ - мырыҫ ҡарашыңдан
Кителмәһен минең күңел.

Мин — ҡулдағы сәпсек кенә,
Торна булам, ҡулға алһаң!
Ер - һыу илар көнөң килер,
Минән яҙып, минһеҙ ҡалһаң.

Үҙ ҡатының — бахыр баҡыр,
Сит ҡатындар — гәүһәр, алтын...
...Үҙ аламаһына ғына
Күнә бит ул һәр бер ҡатын!

Һин ымһынма башҡаларҙың
Күҙ ҡашына, буй - биленә —
Тик һыйырҙы ғына кеше
Һайлай ҡарап елененә.

Тик юртаҡты һайлай кеше,
Ҡарап буй - һын, тояғына.
Ә һөйгәнде — йөрәк таба,
Ул һайламай. Тоя ғына.

Сайҡалдырма, әлегәсә
Тигеҙ бара беҙҙең карап,
Бәлки, кемдер көнләшәлер,
Һиңә ситтән генә ҡарап.

Фирүзә Абдуллина.
"Ағиҙел " журналынан.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: