– Ҡыш көнө болот юлланып торһа, көн йылыта.– Ҡыш көнө бәҫ күп булһа, бал мул булыр.– Урман елһеҙ шаулаһа, буран сығыр.– Ҡыш һыуыҡ булһа, йәй эҫе булыр.– Ҡыш көнө тоҙ еүешләнһә, ҡар яуыр.– Төндә бәҫ төшһә, көндөҙ ҡар яумай.– Мөрйәнән төтөн тура сыҡһа, һыуыҡҡа.– Бүрәнә шартлаһа, көн һыуытыр.– Утын шартлап янһа, һалҡын көт.– Ағастар шаулаһа, буран булыуын көт.