Айырыуса кальций. Был һыуҙы гөлдәргә һипһәгеҙ, уларға бынамын тигән ашлама буласаҡ. Уны помидорға, ҡабаҡҡа, баклажанға, салат япраҡтарына һибергә мөмкин. Алма менән сейәгә, ҡарағат, ҡурай еләге ҡыуаҡтарына ла кальций менән байытылған һыу бик тә килешәсәк. Тик ҡыяр, баҡса еләге, фасоль, шпинат кеүек йәшелсәләргә һипмәгеҙ, улар, киреһенсә, ауырыуы ихтимал.