+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Декабрь 2020, 17:20

Матбуғат баҫмаларына яҙылған өсөн бүләктәр

Бөгөн rbsmi.ru сайтында һәм Башҡортостан Республикаһының бөтә почта бүлексәләрендә ҡышҡы Бөтә Рәсәй подписка Ун көнлөгө старт алды. Ул 13 декабргә тиклем дауам итәсәк.Ентекләберәк гәзиттең сайтында уҡығыҙ.

ошо осорҙа редакциялар йола буйынса Рәсәй Почтаһы менән берлектә гәзит уҡыусылар өсөн яҡшы сюрприз – республика, район һәм ҡалаларҙың матбуғат баҫмаларына ташламалар әҙерләй.
10 көн дауамында үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға матбуғат продукцияһына почта бүлексәләре аша, шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто БР Дәүләт унитар предприятиеһы нәшер иткән 145 баҫма продукция араһынан һайлап алып, гәзит-журналдарға йортоғоҙҙан сыҡмай ғына rbsmi.ru сайтының «Подписка» https://rbsmi.ru/cataloq/podpiska/ бүлегендә гәзит-журналдарҙың баҫма версияһына ла, электрон версияһына ла яҙылырға мөмкин.
Ун көнлөк ваҡытында подписка эшләү бик отошло, сөнки был осорҙа подписчиктарҙың бөтә категориялары өсөн дә ташламалы хаҡтар ҡаралған. Ә Ун көнлөк ваҡытында яҙылған квитанциялар шулай уҡ редакциялар ойошторған конкурстарҙа ҡатнаша. Унда матбуғатҡа яҙылған һәр кем бүләктәр уйнатыуҙың өс конкурсында ҡатнаша ала:
- «Яҙыл һәм бүләк от» дөйөм республика конкурсында – бының өсөн https://rbsmi.ru/cataloq/podpiska/ исемлегенең «Республика баҫмалары» бүлегендәге 2 матбуғат продукцияһына яҙылырға кәрәк. Бүләктәр – һыуытҡыс, телевизор, электросамокат, ноутбук, ҡар таҙартыу машинаһы, «Салауат Юлаев» Хоккей клубы уйынсыларының автографтары менән джерси, «Өфө» футбол клубы уйынсыларының автографтары менән футболка. Подписчиктар араһында бүләктәр уйнатыу – Башҡортостан Юлдаш телеканалы эфирында 27 ғинуарҙа була;
- локаль республика конкурсы – бының өсөн https://rbsmi.ru/cataloq/podpiska/ исемлегендәге кәмендә бер республика гәзитенә йәки журналына яҙылырға кәрәк. Был осраҡта һәр редакция үҙ бүләген тәҡдим итә. Ниндәй бүләктәр һәм ҡасан уйнатылыуын редакцияла йәки нәшриәттең сайтында белергә мөмкин.
Ошо ике акцияла ҡатнашыу өсөн квитанцияны «Яҙыл һәм бүләк от» билдәһе ҡуйып, 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы,13, «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто, 212-се бүлмә адресы буйынса ебәрергә кәрәк.
- урындағы редакция конкурсы – бының өсөн ҡала йәки район гәзитенә яҙылыу мотлаҡ. Ниндәй бүләктәр һәм ҡасан уйнатылыуын редакцияла йәки нәшриәттең сайтында белергә мөмкин.
Бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн подписка 2021 йылға тотош йәки ярты йылға эшләнергә тейеш.
Чиновниктар, #подариподписку, #матбуғатбүләкит эстафетаһы ебәреп, шәфҡәтлелек башланысы менән сығыш яһаны. Башҡортостан Республикаһы хакимиәттәре етәкселәренең күпселеге социаль учреждениелар, тыуған мәктәптәре өсөн матбуғатҡа яҙылды һәм быны социаль селтәрҙәрҙә күрһәтте.
Матбуғатҡа дөйөм яҙылыу 2020 йылдың 20 декабренә тиклем ҡабул ителәсәк.
Читайте нас: