+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Декабрь 2020, 14:10

Ҡулдары менән күрә белә

Аяз Ғүмәров инвалидлыҡтың эшкә кәртә булмауын үҙ миҫалында иҫбатлай

Аяз һуҡырайған көндән алып ете йыл ваҡыт үткән. Быға тиклем төҙөлөш колледжында яҡшы итеп уҡып йөрөү, һөйгән ҡыҙына өйләнеү, Мәскәү дәүләт индустрия университетын ҡыҙыл дипломға тамамлау, Дәүләкән ҡалаһында фатир һатып алыу, ике һоҡланғыс балаһының тыуыуы, даими килем – бөтәһе лә була уның тормошонда. Әммә яҙмыш йәштәргә ҡарата үҙе теләгәнсә план ҡора. Аяз 27 йәшендә күреү һәләтен тиҙ арала юғалта башлай.
- Тәүҙә ни булғанын үҙем дә аңламаным, - тип һөйләй йәш ир. – Эшем буйынса миңә планшет артында оҙаҡ ваҡыт уҙғарырға һәм руль артында даими йөрөргә тура килә торғайны. Кискә табан күҙҙәр ауырта, уларҙағы капиллярҙар шартлай ине.
Аяз табиптарға мөрәжәғәт итә башлай: Үҙәк район дауаханаһында эшләгән окулисҡа, Стәрлетамаҡтағы белгестәргә бара. Тап улар Өфө ҡалаһының Пушкин урамында урынлашҡан Күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институтына юллама бирә. Ундағы табиптар операцияға ятырға кәрәклеген әйтә.
Сираты еткәнен көтөп, аҙналар үтә. Аяз руль артында ҡала буйлап һәм күрше райондарға йөрөүен дауам итә, сөнки эшһеҙ ултырырға яратмай. Йәшереп тораһы юҡ - аҡса ла кәрәк. Ул ваҡытта егет ғаиләлә берҙән-бер аҡса табыусы була, ҡатыны ике бәләкәй бала менән декрет отпускаһында ултыра. Операцияға әҙерләнергә: тикшеренеүҙәр үтергә, күбеһе түләүле булған анализдар тапшырырға, шул уҡ ваҡытта ипотека кредитын да һуңлатмай түләргә, ғаиләне лә нисектер тәьмин итергә кәрәк була.
Оҙаҡламай күреү һәләте бөтөнләй насарая. Улына ярҙамға ауылдан атаһы килә һәм Аязды дауаханалар буйлап йөрөтә башлай. Әммә былай оҙаҡ дауам итеп булмаясағын аңлайҙар һәм ғаилә советында кәңәшләшкәндән һуң, түләүле операция яһатырға ҡарар итәләр.
Уның хаҡы бик осһоҙҙан булмай. Кәрәкле сумманы йыйырға ата-әсәләре ярҙам итә. Бөтәһе лә ул ваҡытта операцияның уңышлы тамамланыуына өмөтләнә.
- Операция үтә, әммә ул күрә башламай әле. Табиптар ҙа тәүҙәрәк өмөттө юғалтмаҫҡа саҡыра ине, - тип иҫләй геройыбыҙҙың тормош иптәше Ғәлиә. – Бөтәһе туғыҙ операция яһайҙар... Әммә уларҙың береһе лә күреү һәләтен кире ҡайтарманы һәм 2013 йылда табиптар уның ҡабаттан бер ҡасан да күрмәйәсәге тураһында хәбәр итте. Шулай итеп Аяз өсөн донъяла төн ҡараңғылығы ғына ҡала.
Ваҡыт үтә тора. Тормош иптәше эшкә сыға, ҡулынан килгәнсә Аязға булышып тора, күңелен күтәрергә тырыша, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең район һәм республика ойошмаларында теркәлергә ярҙамлаша. Оҙаҡламай Дәүләкән ҡалаһындағы йәмғиәт етәксеһе Әлфизә Рәхимйән ҡыҙы Волоколамск ҡалаһында реабилитация курсы үтергә тәҡдим итә. Ғүмәровтар риза була. Ғәлиә тормош иптәшен ошо ҡалаға оҙатып бара. Әлбиттә,хушлашҡанда күҙ йәштәрен тыя алмайҙар.
- Реабилитация үҙәгенә күптән түгел генә һуҡырайған кешеләр килә ине, - тип һөйләй. Аяз. – Улар араһында үҙҙәрен бәхетһеҙ һәм ярҙамсыһыҙ ҡалған итеп тоя торғандары ла бар ине. Күптәренең яҙмышы ҡотолғоһоҙ икәнен белеү минең өсөн бик ауыр хәл булды. Берәүһен ҡатыны ташлап киткән, икенсеһенең һуҡыр булыуы ғына етмәгән, хроник ауырыуҙар менән көрәшә. Мәҫәлән, компьютер грамоталылығына өйрәтеүсе педагог. Тулыһынса һуҡыр һәм уң ҡулында бер нисә бармағы юҡ. Ул бик позитив кеше булып хәтеремдә ҡалды. Тап уң ҡулы менән шул тиклем оҫта итеп гитарала уйнай ине ул. Уны тыңлағанда, мин һуҡырайыу менән генә ғүмерҙең әле бөтмәгәнен аңланым.
Ул саҡта Аяз күп нимәгә: ҡалала юл таба белергә, аҡ ҡул таяғы менән ҡулланырға өйрәнә, һуҡырҙар өсөн күп заманса компьютер технологияларын үҙләштерә, үҙ-үҙен хеҙмәтләндереү оҫталығын камиллаштыра – бөтөнләй яңынан йәшәргә өйрәнә тиһәң дә була. Бер үк ваҡытта үҙе өсөн таныш булмаған китап төпләүсе һөнәрен үҙләштерә. Ике ай үткәндән һуң Ғәлиә иңенә «ҡанаттар үҫеп сыҡҡан» тормош иптәшен тыуған яғына, Башҡортостанға алып ҡайта.
Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илһамы оҙаҡҡа бармай. Инвалидлыҡ алыу менән ҡыйынлыҡтар тыуа, быға бар нимәгә битарафлыҡ тойғоһо өҫтәлә. Аяз үҙ-үҙендә бикләнә, кәүҙә ауырлығы арта. Хатта ҡатынына айырылышырға тәҡдим итә.
- Аталарын аҙға ғына булһа ла күңелһеҙ уйҙарҙан арындырһындар тип, күпмелер ваҡыт балаларҙы балалар баҡсаһына йөрөтмәй торҙом, - тип күҙ йәштәре аша хәтерләй Ғәлиә. – Улар бик иртә үҫеп етте. Биш йәшендә үк улыбыҙ Айназ уҡырға, һанарға өйрәнде, әйбер хаҡтарына яҡшылап төшөнөп алды. Бөтәһе лә уның апаһы менән аталарын магазиндарға оҙатып йөрөүе арҡаһында булды. Улар унда аҙыҡ-түлек исемдәрен уҡып, хаҡтарын әйтеп, түләү өсөн аҡса әҙерләп, алдан уҡ сдачаны иҫәпләп ҡуя торғайны. Атай-әсәйҙәребеҙгә лә ҙур рәхмәт – улар беҙгә ҡулдарынан килгәнсә, матди яҡтан да, рухи яҡтан да ярҙам ҡулын һуҙҙы.
Шулай итеп, яйлап ҡына, Аяз яҡындарының ярҙамы менән ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайта башлай һәм үҙенең ныҡ итеп һимереүен күрә. Шул ваҡытта ул: «Нисек кенә булмаһын, кире формаға ҡайтасаҡмын!» - тип ҡарар итә. Ҡатыны менән эллиптик тренажер (эллипсоид), герҙәр һатып алалар. Даими шөғөлләнә башлай һәм ярты йыл эсендә 15 килограмм ауырлығын ташлай.
Оҙаҡламай Ғүмәровтар Һуҡырҙар йәмғиәтенең сираттағы тәҡдимен ҡабул итә. Был юлы инде медицина белеме алыу тураһында. Республиканың баш ҡалаһында көндөҙгө бүлектә уҡырға кәрәк була. Бөтәһен дә яҡшылап уйлағандан һуң, геройыбыҙ ыңғай яуап бирә.
Шулай итеп, 2017 йылда Аяз Ғүмәров өсөнсө тапҡыр беренсе курс студенты булып китә һәм Өфө медицина колледжында буласаҡ һөнәренең нескәлектәренә өйрәнә башлай. Унда Аяз ҡабул итеү һынауҙарын тапшырып тормай.
- Уҡыу бик еңелдән булманы, - тип һөйләй ул. – Анатомия, физиология, психология һәм башҡа бик күп нимәләрҙе аңлай башланым. Бөтә лекцияларҙы ла диктофонға яҙҙыра торғайным. Имтихандарга ла диктофон ярҙамында әҙерләнә инем. Бик еңел булманы, әлбиттә. Әммә иң ҡыйыны – колледжға барыу һәм өйгә кире ҡайтыу була торғайны. Йыш ҡына ҡатыным илтеп ҡуя һәм барып ала ине. Һуңынан «Блаблакар» ҡушымтаһы менән ҡулланырға өйрәнеп алдым. Водителдәр дөйөм ятаҡтың ишек төбөнә тиклем илтеп ҡуя торғайны.
Аяз тулы студент тормошо менән йәшәй: төркөмдәрендә уҙғарылған бөтә сараларҙа ла ҡатнаша, медицина колледжының КВН командаһы составында сығыш яһай, махсуслаштырылған күргәҙмәләргә йөрөй. Тик яҡшы билдәләргә генә уҡый һәм юғары стипендия ала. Бөтә төр массаж техникаһын ныҡлап өйрәнә. Беренсе курста уҡығанда уҡ массаж яһаусы булып эшләй башлай. Тап шул ваҡытта ҡулдары менән күрергә өйрәнә лә инде. Шул йылдарҙа уҡ эшенә тик ыңғай баһалар ала башлай.
Медицина колледжын Аяз ҡыҙыл дипломға тамамлай. Яңы еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар яуларға теләгән йәш белгескә белем тураһындағы документты һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин үҙе тапшыра. Ә әсәһенә мәғариф учреждениеһы етәкселеге ошондай ул тәрбиәләгәне өсөн рәхмәт хаты ебәрә. Ул бөгөнгө көндә атай йортоноң иң түренә элеп ҡуйылған.
Инвалидлыҡ Аязға тулы тормош менән йәшәргә ҡамасауламай. Ул үҙен нисек бар, шулай ҡабул итә: элеккесә тормошто яратыусан, әүҙем һәм йылмайыусан. Тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләйҙәр, фатирҙарында ремонт яһайҙар, мебель ҡоралар, ҡунаҡҡа йөрөйҙәр. Үҙҙәренә ҡунаҡтар йыш килеп тора. Ғаиләләре менән аҙна һайын тиерлек Иҫке Мерәҫ ауылына ата-әсәләре янына ҡайтып йөрөйҙәр, хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашалар. Уҙған йылда хатта Төркиәгә ял итергә лә барып ҡайтҡандар.
Аяз ышаныслы аҙымдар менән алға атлауын дауам итә. Уға маҡсатҡа ынтылыусанлығы һәм өҙлөкһөҙ уҡыу теләге ярҙам итә. Күберәк белгән һайын, үҙенең ни тиклем аҙ белеүен аңлай ул. Етмәһә, смартфондарҙа һәм компьютерҙарҙа аралашыу даирәһен киңәйтеүсе, үҙаңлылыҡты һәм ижадты үҫтерергә ярҙамлашыусы үҙҙәре тураһында «һөйләп тороусы» программалар булғанда, даими уҡырға һәм яңы белемдәр алырға мөмкинлектәр етерлек бит.
Читайте нас: