+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Декабрь 2020, 18:00

Яҡташыбыҙ илебеҙ данын яҡлаясаҡ

10 декабрҙә Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда донъя чемпионаты старт ала. Унда илебеҙ данын Дәүләкән егете яҡлаясаҡ.Ентеклерәк - беҙҙең сайтта

1 һәм 2 декабрҙә Чехов ҡалаһында4ы күнекмәләр базаһында контроль алыштар уҙҙы. Улар донъя чемпионатына билбауҙарҙа көрәш буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһын комплектлау өсөн спортсылар һайлап алыуҙың мөһим этабы булды.
Шулай итеп, яуаплы чемпионатта районыбыҙ, Башҡортостан Республикаһы һәм илебеҙ данын яҡташыбыҙ, Алға ауылы егете, "Самбо-75" Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, бөгөнгө көндә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 5-се курс студенты Илнар Сәлимйәнов яҡлаясаҡ.
Илнар бына инде бер нисә йыл рәттән район, республика, ил данын мәртәбәле ярыштарҙа яҡлап килә. Уның иҫәбендә Рәсәй Федерацияһының йәштәр йыйылма командаһы составындағы еңеүҙәр ҙә бар. Ағымдағы йылдың йәйендә уға билбауҙарҙа көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры тигән маҡтаулы исем бирелде.
Чемпионат 10 декабрҙә Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда старт ала.
Яҡташыбыҙға яңынан-яңы еңеүҙәр, был мәртәбәле чемпионатта ла һынатмауын теләйбеҙ. Тик алға ғына, Алға егете!
Илһөйәр Кәримова.
Читайте нас: