Ирекмәндәр эшмәкәрлеге йылдан-йыл киңәйә бара. Улар бәләгә тарыған кешеләргә һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.
Башҡортостанда ла ирекмәндәр үҙәктәре һаны арта бара. Хәҙер улар илдә ике миллиондан ашыу.
Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, ир-егеттәргә ҡарағанда ҡатын-ҡыҙ-ирекмәндәр һаны күберәк.
Ирекмәндәр отрядтары төрлө акциялар, шәмбе өмәләре үткәрә, ҡала урамдарын йәшелләндереү менән шөғөлләнә, ауыр тормош хәлендә ҡалған оло йәштәгеләргә, приютта йәшәүсе балаларға ярҙам итә, ғөмүмән һәр ваҡыт кемгә лә булһа файҙа килтерерлек эштәр башҡара.
Уларҙың сафтары тирә-яҡты яҡшыраҡ, матурыраҡ итер өсөн тырышҡан, өлкән быуынға ярҙамға килергә әҙер булған фекерҙәштәре менән даими рәүештә тулылана бара.