+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Декабрь 2020, 14:15

Баланлы бәлеш

Ялдарығыҙ йәмле үтһен!

Ҡамыр:0,5 л. — һөт,150 гр. — аҡ май,1 — йомортҡа,2 стакан — он,1 аш ҡалағы — шәкәр ҡомо,0,5 сәй ҡалағы — сода,0,5 сәй ҡалағы — тоҙ.500—550 гр. — балан.1 йомортҡа — бәлеш өҫтө өсөн,1 сәй ҡалағы — май таба майлар өсөн,4 аш ҡалағы — шәкәр ҡомо1 сәй ҡалағы — крахмал йәки манный ярмаһы.Йомшаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Баланды сүптәренән айырып, йыуығыҙ, әҙерәк (0,5 стакан) һыу , 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомон ҡушығыҙ, утҡа ҡуйып әҙерәк томалағыҙ. Баланды һыуытығыҙ, эсенә 1 сәй ҡалағы крахмал йәки манка һалығыҙ (бәлеш ҡырҡҡанда һуты аҡмаһын өсөн).
Ҡамырҙы икегә бүлергә, бер бүлеме (бәлештең аҫты) ҙурыраҡ булырға тейеш. Ҡамырҙың ҙур киҫәген 5-7 мм ҡалынлығында йәйегеҙ һәм майланған, онланған табаға һалығыҙ. Ҡамыр өҫтөнә һыуытылған баланды матурлап түшәп һалығыҙ, өҫтөнә әҙерәк шәкәр ҡомо һибегеҙ. Унан икенсе йәйелгән ҡамыр менән ҡаплағыҙ һәм аҫтағы ҡамыр менән берләштереп, ситтәрен йәбештереп үрегеҙ.
Бәлештең өҫтөндәге ҡамырын уртаһынан тишегеҙ (бешкәндә эсендәге пар сыҡһын өсөн), шул уҡ ҡамырҙан бәлеш өҫтөнә япраҡтар эшләп биҙәп тә була.
Бәлеште 200 С духовкала йәки мейестә 20-25 минут бешерегеҙ. Бешкән бәлештең өҫтөнә йомортҡаның һарыһын һөртөгөҙ.
Читайте нас: