-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Декабрь 2020, 10:50

Ҡабаҡтан һут

Ҡабаҡтың сәләмәтлек өсөн бик тә файҙалы булыуы барыбыҙға ла билдәле

Кәрәк буласаҡ: 2 кг таҙартылған ҡабаҡ, 200 гр шәкәр, 2 эре әфлисун һуты, 0,5 сәй ҡалағы лимон кислотаһы, 2 лимон.
Аҙыҡ-түлектәр яҡынса алынды, уны үҙегеҙгә нисек оҡшай, шулай ҡулланығыҙ. Ҡабаҡты тышынан һәм эсенән таҙартып киҫәктәргә телгеләп кәстрүлгә һалабыҙ. Өҫтө ҡапланғансы һыу һалабыҙ. Талғын утта ҡабаҡ бешеп сыҡҡансы тотабыҙ.
Артабан ҡабаҡты блендер менән иҙәбеҙ. Әфлисун һутын, шәкәр, лимон кислотаһын ҡушып тағы ла утҡа ҡуябыҙ. 15 минуттан һуң лимон һуты өҫтәйбеҙ. Аҙаҡ стерилләнгән банкаларға тултырып ябып ҡуйырға.
Читайте нас: