-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Декабрь 2020, 10:30

РӘСӘЙ ЭСКЕ ЭШТӘР МИНИСТРЛЫҒЫ СИСТЕМАҺЫНДА НАРКОТИКТАР ӘЙЛӘНЕШЕН КОНТРОЛДӘ ТОТОУ БУЙЫНСА ПОДРАЗДЕЛЕНИЕЛАР БАРЛЫҠҠА КИЛЕҮ КӨНӨ

6 декабрҙә Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы системаһында наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса подразделениелар хеҙмәткәрҙәре үҙ хеҙмәттәренең тыуған көнөн билдәләй.

6 декабрь көнөн йәмғиәттең хәүефһеҙлегенә һәм йәш быуындың сәләмәт киләсәгенә бәйле мөһим бурыс башҡарыусыларҙың һөнәри байрамы тип ышаныс менән әйтергә була. Тейешле бойороҡ Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы бойороғо нигеҙендә булдырыла һәм 2016 йылдың 23 ноябрендә Рәсәй Федерацияһы эске эштәр министры тарафынан ҡул ҡуйыла.
Наркотиктар таратыуға бәйле проблемалар күптән билдәле. Бөтә донъя дәүләттәре уға ҡаршы көрәш алып бара. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары йәлеп ителә. Уларҙың беренсе бурысы – наркотикка бәйлелектән иҫкәртеү һәм уны профилактикалау.Рәсәй Эске эштәр министрлығы системаһында наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса махсус подразделениелар 1991 йылдың 6 декабрендә барлыҡҡа килде.Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса органдарҙың төп бурысы – наркотиктарҙың, психотроп матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше менән шөғөлләнеүсе енәйәтселәр төркөмөнә ҡаршы көрәш алып барыу, наркотиктарҙы илдә етештереү һәм һатыуҙы, уларҙы сит илдәрҙән легаль булмаған рәүештә индереүҙе асыҡлау һәм юҡ итеү.
Читайте нас: