Бөгөнгө көндө авиацияһыҙ күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел. Граждандар авиацияһы кешеләр, йөктәр, почта ташып ҡына ҡалмай, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү, санитар саралар үткәреү өсөн дә файҙаланыла, иҡтисад һәм фән эшмәкәрлегенең айырым өлкәләрендә, шулай уҡ эҙләү-ҡотҡарыу, авария-ҡотҡарыу эштәре башҡара, тәбиғәт ғәрәсәттәре ваҡытында ярҙам күрһәтә.