+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Декабрь 2020, 20:45

Әбейҙәр сана шыуырға сыҡҡан...

Улар был ҡылыҡтары менән балалаға өлгө күрһәткән.

Был мәҙәк хәл Пермь крайының бер ауылында булған. Әбейҙәрҙең сана шыуырға сығыуын урындағы мәҙәниәт йорто директоры хәбәр иткән. Был хаҡта улар "ВКонтакте" социаль селтәрендә яҙма баҫтырған.
"Беҙҙең ауылда балалар уйнарға урамға бөтөнләй сыҡмай. Улар көнө-төнө кеҫә телефоны артында ултыра.
Шул уңайҙан беҙ әбейҙәребез менән бергә "Урамда уйнайбыҙ" тигән акция ойошторорға булдыҡ. Кисә урамда күңел асыу, йәшлекте иҫкә төшөрөү һәм сана шыуыу өсөн 20-нән артыҡ әбей йыйылды. Улар артынан ейәндәре килеп етте. Рәхәтләндек! Артабан да был акцияны ойошторорға уйлайбҙ", - тип яҙған ул.
Дуҫтар! Ә һеҙҙең балаларығыҙ урамда уйнаймы?
Фото: znaikak.ru сайтынан.

Автор: Ример Насретдинов.

https://kiziltan.rbsmi.ru/articles/donja/bil-r-chana-shuarga-chikkan-575083/

Читайте нас: