+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Декабрь 2020, 21:05

Халыҡ быйыл Ҡыш бабайҙан ни һорай?

Балалар һәм өлкәндәрҙең иң теләгән Яңы йыл бүләктәре билдәле булды.

Бөйөк УстюгтағыҠКыш бабайҙың почта бүлексәһе етәксеһе Наталья Медведкова өлкәндәр һәм балалар Яңы йылға ниндәй бүләктәр көтөүе тураһында һөйләгән. Бы хаҡта “Известия” гәзите хәбәр итә.
Медведкованың һүҙҙәренә ҡарағанда, балалар йышыраҡ бүләккә кеҫә телефондары һорай, рейтингтағы икенсе урынды LEGO конструкторҙары һәм “L. O. L” ҡурсактары бүлешкән. Өсөнсө урында — квадрокоптерҙар, гироскутерҙар, планшеттар һәм ноутбуктар. Бүлексә етәксеһе билдәләп үткәнсә, балалар йыш ҡына велосипед та һорай.
Өлкәндәр, үҙ сиратында, барыһынан да йышыраҡ бәхет, именлек һәм сәләмәтлек һорай. Матди байлыҡтарҙан уларҙы йышыраҡ фатирҙар һәм автомобилдәр ҡыҙыҡһындыра.
Ноябрь айында Ҡыш Бабай 23 мең хат алған, шуларҙың 89-ы электрон почта аша ебәрелгән, тип белдерә Медведкова. Хәҙерге ваҡытта бүлек көнөнә 500-ҙән алып 1 меңгә тиклем хат ала, ә 1 декабрьгә рекордлы 3,5 мең хат килгән.

Фото: dm-pochta.ru

Автор: Зөлфия Фәтхетдинова.

https://kiziltan.rbsmi.ru/articles/budni/Halik-biel-Kish-babaydan-n-rs-soriy-573337/

Читайте нас: