Дүртөйлө ауылында йәшәгән Фәрит Кәбир улы һәм Закира Ғосман ҡыҙы гәүһәр туйҙарына парлап килеп еткән. Ауылдағы иң өлкән пар Ғәбделмановтар, шуға олоһо ла, кесеһе лә уларҙы хөрмәт итә, балалары ата-әсәнең аҡыллы кәңәштәренә таяна, уларҙан өлгө ала.
Фәрит Ғәбделманов үҙ ваҡытында Салауат исемендәге колхозда хөрмәтле һәм абруйға лайыҡ механизаторҙарҙың береһе була, намыҫлы һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн күп тапҡыр төрлө бүләкләүҙәргә лайыҡ була, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, юбилей миҙалдары, Пчет грамоталары бихисап. Ғүмерлек тормош иптәше – Закира Ғосман ҡыҙын да тыуған ауылынан һайлай. Алты ҡыҙға, ике улға ғүмер бүләк итәләр. Ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре ҡайтып төшһә, бер өй тула ла ҡуя! Олатай менән өләсәй һөйөнөп бөтә алмай, нәҫелде дауам итеүсе бит улар.
Хужабикә оҙаҡ йылдар урындағы мәктәптә эшләй, шуға уны йәштәр ҙә алыҫтан уҡ таный, осраған саҡтарында хәл әхүәлен белешәләр, уҡыған саҡтарындағы мәҙәк хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп көлөшәләр.
Әйткәндәй, Закира инәй оҙаҡ йылдар «Гөлнәзирә» фольклор ансамбле составында район, республика сәхнәләрендә сығыш яһап, күп конкурстарҙа призлы урындар яулайҙар, шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүешенә өҫтөнлөк бирә, әхирәттәре менән бергәләп Скандинав таяҡтары менән йөрөргә сығып, саф һауа һулап ҡайтырға яраталар. Тыуған яҡ хозурлығы үҙе йәнгә дауа бит!
Тиҙ үтәһен белмәнек, - тип йырлап ебәреүенә һис тә ғәжәпләнәһе түгел.
Ҡышҡы оҙон кистәрҙә өләсәй ҡулдарына төҫлө ептәр, энә, ырғаҡ алып, күҙ яуын алырҙай әйберҙәр бәйләй. Уның ҡул эштәре өй биҙәге булып, былай ҙа күркәм йортто тағы ла йәмлерәк итә, ингән һәр кеше уларға һоҡланып ҡарай. Ауылдаштары араһында ихтирам һәм хөрмәт ҡаҙанған Ғәбделмановтарҙы тормоштарындағы шундай ҙур тантана менән Көрмәнкәй ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Дамир Дәүләтов, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Филзә Аҡбәрова, Рима Рәхимова ҡотланы, иң изге теләктәрен еткерҙе. Республика башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙеләр, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар. Ветерандар бик тә ҡәнәғәт ҡалды, уларға бүләктән дә бигерәк иғтибарҙарын тойоу ҡиммәт.
Ғәбделмановтар никахлашҡан мәлдә лә шундай уҡ ҡарлы декабрь булғандыр. Бер-береһенә ғашиҡ ике йөрәк ҡыш һыуығын да һиҙмәгән, сөнки йөрәктәре мөхәббәткә сарсаған булған. Ошо көндән һуң ауырлыҡтарҙы бергә үткәреп, һөйөнөстәр кисереп, 60 йыл ғүмер үткән.
Ғәбделмановтар бөгөн дә ҡартлыҡҡа бирешмәй, маңлайҙарға һырҙар ятһа ла, һаман да күңелдәре менән йәш булып ҡалалар.
Йөрәкте йәш тотор өсөн ҡайнар хистәрҙе ғүмер буйы һаҡларға кәрәктер ул. Тиң, тигеҙ ҡартайған матур парға балаларын, ейәндәрен ҡыуандырып, тағы ла оҙаҡ йылдар бергә йәшәүҙәрен теләйбеҙ.