Бынау замандамы тиер күптәрегеҙ. Эйе, ысынлап та шулай. Ошо көндәрҙә Белорет Ҡолмас ауылы халҡы өсөн ҡыуаныслы – ауылға электр килде. Ул Белорет районының иң төпкөл ауылдарының береһе, унда ни бары 14 кеше йәшәй. Цивилизациянан бөтөнләй алыҫта булған кешеләр генератор ярҙамында көн күргән. Улары ла йыш ҡына сафтан сығып интектергән. Ҡыҙыҡ, дөм ҡараңғынан яҡтылыҡҡа сыҡҡан халыҡ бөгөн ниндәй кисерештәр менән йәшәй икән? Ни тиһәң дә урамда XXI быуат бит...