+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Декабрь 2020, 12:35

Өс үҫмерҙең үлеме шаңҡытты...

Тормошто бөтөнләй күреп өлгөрмәгән балаларҙың ҡара гүргә инеүе ата-әсәләрҙе ҡара ҡайғыға һала...

Сәбәбе лә үтә үкенесле – һорамайынса алып сығып киткән машинала биш үҫмер ҡапыл юлға килеп сыҡҡан аттарға бәрелеп, канауға оса. Һөҙөмтә бик тә аяныслы – өс йәш ғүмер өҙөлә, иҫән ҡалған ике ҡыҙҙың береһе әле аңына килгән. Фажиғә Әбйәлил районында теркәлгәйне. Рулдәге үҫмерҙең водитель таныҡлығы ла булмай, ә машинала йөрөгө килә...
Үҙем әсә булараҡ, ошондай фажиғәле хәлдәр ишетһәм, сәстәрем үрә тора. Замана балаларын хәҙер аңларлыҡ та түгел. Һине ҡайҙа ниндәй бәлә һағалап тороуын белеп булмай. Был үҫмерҙәрҙең яҡындарына сабырлыҡ, әлбиттә. Ни хәл итәһең, арттарынан эйәреп йөрөп булмай...
Читайте нас: