+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Декабрь 2020, 17:55

«Тормоштоң матурлығына һөйөнөп йәшәйбеҙ»

Ейән-ейәнсәрҙәренең һәр уңышына һөйөнөп, тормоштоң матурлығына ҡыуанып ғүмер итәләр

Тап шулай тиҙәр Яңы Йәнбәк ауылында 55 йыл бергә ғүмер иткән хеҙмәт ветерандары Гөлнәфис Гәрәй ҡыҙы һәм Риф Искәндәр улы Мөхәмәҙиевтар.
Улар икеһе лә ғүмер буйы «Өршәк» колхозында эшләй. Ауыл хужалығы тармағында хеҙмәт һалған кешеләр яҡшы белә: унда көн төнгә бәйләнә, ял тураһында инде һүҙ ҙә юҡ. Мөхәмәҙиевтарҙың да тап шулай була, береһе – иртә таңдан фермаға һауынға, икенсеһе машина-трактор мастерскойы яғына йүнәлә. Ул ваҡыттарҙа барлыҡ эш ҡул көсө менән башҡарылһа ла, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаған крәҫтиән балалары күмәк хужалыҡта тир түккән йылдарын һағынып иҫкә ала. Башҡалар менән бер рәттән дәртләнеп, сәмләнеп эшләгән мәлдәр күңелдәренә матур хәтирә булып һаҡлана.
Эшләгән йылдарҙа ҡыҙҙары ла үҫеп буйған еткән, атай менән әсәй һиҙмәй ҙә ҡалған хатта. Биш ҡыҙҙарының барыһы ла Яңы Йәнбәк урта мәктәбендә яҡшы уҡый, ата-әсәгә улар өсөн бер ҡасан да ҡыҙарырға тура килмәй. Бәләкәйҙән үк эшһөйәр, тырыш булалар, малын да ҡарайҙар, ихаталағы башҡа эштәрҙе лә еренә еткереп башҡарып ҡуялар. Бөгөн һәр береһе үҙенең ғаиләһендә яҡшы хужабикә, ә бәхетле өләсәй менән олатай ейән-ейәнсәрҙәренең һәр уңышына һөйөнөп, тормоштоң матурлығына ҡыуанып ғүмер итә.
Балаларға рәхмәт, артыҡ ҙур булмаған өйөбөҙҙә бар уңайлылыҡты булдырҙылар, ҡаланыҡыларҙан һис тә ҡалышмайбыҙ, шул тиклем рәхәт, - ти хужабикә Гөлнәфис Гәрәй ҡыҙы.
Эйе, ҡыуанмаҫлыҡ та түгел шул, үҙҙәре үҫкән тыуған ояларын онотмайҙар, гел ҡайтып, ярҙамлашып, олоғайған ата-әсәләрен шатландырып торалар. Бында уларға һәр нәмә ғәзиз, күңелдәренә яҡын. Балаларының теләге бер – тыуған нигеҙҙә ҡәҙерле кешеләре мөмкин тиклем оҙағыраҡ йәшәһен, тәҙрәләрҙә уттар балҡып торһон.
Читайте нас: