Уҙған йәкшәмбе, 6 декабрҙә, Өфө морждары күрһәтмә йөҙөүҙәре ойошторҙо. Яҡутов исемендәге паркка 6 йәштән 70 йәшкә тикемге 50-гә яҡын кеше килде. Әйтеп китергә кәрәк, ветерандар аҙнаһына өс тапҡыр шөғөлләнә, сөнки оҙаҡламай Өфөлә ҡышҡы йөҙөү буйынса Рәсәй Кубогы уҙасаҡ.
Морждар араһында гимнастика менән шөғөлләнеүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, Вячеслав исемле морж 61 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һалҡын һыуҙа йөҙөп сыҡҡандан һуң, еңел генә итеп шпагатҡа ла ултыра ала. Уға шуның өсөн Өфөнөң Ван Даммы тигән ҡушамат таҡҡандар ҙа инде.
"Уфа/Новости" төркөмө материалдарынан.