0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Декабрь 2020, 14:00

Фәрит Ғүмәров халыҡҡа мөрәжәғәт итте

Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровтың ашығыс мөрәжәғәтеЕнтекләберәк беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Хөрмәтле республика халҡы!
Ҡыш башланыу менән янғындарҙа һәләк булыусылар һаны ҡырҡа артты. 2020 йылда декабрҙең тәүге ун көнлөгөндә республикала янғындарҙа 24 кеше һәләк булды. Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк.
Фажиғә шунда: 8 һәм 9 декабрҙә лә Бишбүләк һәм Ғафури райондарында ут эсендә өс бала һәләк булды. Улар ни бары 4 йәштән 11 йәшкә тиклемге балалар ине.
Был үлемесле янғындарҙың түбәндәге өс сәбәбен бөтәгеҙ ҙә беләһегеҙ:
1) Тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ мөғәмәлә итеү;
2) Электр ҡорамалдары менән файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу;
3) Мейес яҡҡанда хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәү.
Тышта һалҡын булғанлыҡтан, күптәр йорттарында йәки соландарында ғына тәмәке тарта. Был алдан фаразлауҙарға ярашлы, 12 кешенең үлеменә килтереүсе сәбәп булған.
Фажиғә булдырмаҫ өсөн, бинала тәмәке тартмағыҙ, электр ҡорамалдарынан файҙаланғанда йәки мейес яҡҡанда, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәгеҙ.
Үҙегеҙ эшләгән йәиһә төҙөк булмаған электр йылытҡыстарын ҡулланмағыҙ!
Нәтижәле сара - торлаҡта янғын иҫкәрткестәр урынлаштырыу. Был минисиреналарҙың эшләүе һөҙөмтәһендә республикала 486 кешенең, шул иҫәптән 203 баланың ғүмере ҡотҡарып ҡалынған. 10 декабрҙә, мәҫәлән, Дәүләкән ҡалаһында янғын иҫкәрткес тауышына уянған 5 кеше, шул иҫәптән 3 бала, янғын урынынан сыға алған.
Иң мөһиме - балаларығыҙға янғын ваҡытында нимә эшләргә кәрәклеген аңлатығыҙ. Был ҡағиҙәләрҙе белеү фажиғәләрҙең күпселеген булдырмаҫҡа ярҙам итәсәк.
Янғындарҙы үҙаллы һүндерергә тырышмағыҙ!
Алкоголле эсемлектәр ҡулланған яҡындарығыҙҙы, шулай уҡ балаларығыҙҙы яңғыҙҙарын ғына ҡалдырмағыҙ!
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре уларҙы үтәмәүҙең ҡорбандарына әйләнгәндәрҙең әсәләре һәм яҡындарының әсе күҙ йәштәре менән һуғарылған.
Шуға күрә, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын һәр ваҡытта ла үтәгеҙ!
Яҡындарығыҙҙың һәм әйләнә-тирәләгеләрегеҙҙең уларҙы боҙоуына юл ҡуймағыҙ! Тик бергәләп кенә беҙ үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы янғындар менән бәйле фажиғәләрҙән һаҡлай аласаҡбыҙ!
Фәрит Ғүмәров, Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас: