-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Декабрь 2020, 13:45

Оятҡа ҡалһаң, йылынырһың...

Һалҡын көндә урамда өшөһәгеҙ, тиҙ арала йылыныу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ

Ҡыштың тәүге айы ҡапыл һалҡынайтыуы менән иҫтә ҡалыр, моғайын. Йылы көндәрҙән һуң көтмәгәндә генә температура ҡайһы бер райондарҙа -22-27 градусҡаса түбәнәйҙе. Кешеләр өсөн был хәл ауырлыҡтар тыуҙырҙы. Күптәре кейемдәрен йылыһына алыштырып та өлгөрмәне хатта.
Ҡыштың үҙ ҡанундары. Нисек кенә йылы кейенһәк тә, һауа торошон алдан күҙаллап булмай, барыбер өшөтә. Шуға ла өшөгән саҡта нисек тиҙ йылыныу юлдарын эҙләргә кәрәк. Түбәндәге кәңәштәр бындай хәлдәрҙән ҡотолорға ярҙам итәсәк.
1.Ҡәләм. Усығыҙға ҡәләмде һалып, уны икенсе ҡулығыҙ менән усығыҙҙа тәгәрәтегеҙ. Билдәле булыуынса, уста бик күп биологик нөктә бар. Уларға ҡағылыу организмға әүҙем эшләргә ярҙам итә.
2. Фотографиялар. Өшөһәгеҙ, яҡын кешегеҙҙе һәм уның менән бәйле матур миҙгелдәрҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ.
3. Ризыҡ. Өшөмәҫ өсөн күберәк майлы, туҡлыҡлы ризыҡ ҡулланырға кәрәк.
4. Көлөгөҙ. Күңелле саҡта өшөп булмай, шуға кәйефегеҙҙе нисек тә булһа күтәреп, рәхәтләнеп көлөгөҙ.
5. Оятҡа ҡалығыҙ. Уңайһыҙ хәлдә ҡалғанда, кәүҙә буйлап йылы йүгерә, кеше ҡыҙара. Кемдер алдында уңайһыҙлыҡ кисереп йөрөйһөгөҙ икән, өшөгән ваҡытта уны иҫегеҙгә төшөрөгөҙ.
"Ҡыҙыл таң" гәзите материалдарынан.
Фото: ru.dreamstime.com
Читайте нас: