+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Декабрь 2020, 17:25

ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ ХӘЛДӘР МИНИСТРЛЫҒЫ:

Иртәгә республикала һауа торошоноң нисек үҙгәрәсәге тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Башҡортостандың Дәүләт метеорология хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, иртәгә, 15 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһында төндә һәм иртән томан төшөүе көтөлә. Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге 500 метрҙан артмаясаҡ һәм унан да аҙыраҡ буласаҡ.
Һауа температураһы төндә -10, көндөҙ -9 градус тәшкил итәсәк. Атмосфера баҫымы - 777 мм, дымлылыҡ 93 процент булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, талғын, секундына 2,9 метр иҫәсәк.
Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ!
Тел. 112.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас: