+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Декабрь 2020, 17:50

Алтын ҡуллы ағинәй

Ауылдарыбыҙҙа бөтә кешеләргә өлгө булырлыҡ уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бик күп. Дүртөйлө ауылында йәшәүсе Ғәтифә Йомағол ҡыҙы Дәүләтҡолова ана шундай алтын ҡуллы ағинәйҙәрҙең береһе. Уның тураһында ентекләберәк беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

90 йәшлек тыл ветераны Дәүләтҡолова Ғәтифә Йомағол ҡыҙы Дүртөйлө ауылында йәшәй.
Ул Әлшәй районы Ибрай ауылында тыуған. Өс йәшенән атайһыҙ ҡалып, апай менән әсәй ҡулында үҫкән ҡыҙ бала тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татый. Яҡлаусыһы булмағас, ун дүрт йәшенән үк үҙенән ҙур апайҙар менән Нуриман районындағы урманлыҡҡа ағас ҡырҡып һал ағыҙырға, үҫә төшкәс Свердловск ҡалаһы яҡтарына торф сығарырға ла ебәрәләр уны. Ә шулай ҙа ауырлыҡтарға бирешмәй, юғалып ҡалмай. Колхоз эшендә лә бик әүҙем була.
Инде буй еткергән ҡыҙҙы күрше Дәүләкән районы Дүртөйлө ауылынан ике балалы ир Миңнулла Дәүләтҡоловҡа урлап алып киләләр. Алты малайға, дүрт ҡыҙға ғүмер бирә улар. Аҡсам, әйберем юҡ, тип тормай оҫта итеп бесеп-тегергә өйрәнә Ғәтифә Йомағол ҡыҙы. Балалары, күрше-күләндәре лә уның күңел йылыһын биреп эшләгән күлдәктәренә, һырыған салбар, бишмәттәрен кейеп һөйөнә. Был эштән генә ҡәнәғәт булмай, балаҫ һуғыу һөнәрен дә үҙләштерә. Ауылдаштарынан һарыҡ йөнө йыйып, уларҙы төрлө буяу менән манып келәмдәр эшләргә өйрәнә. Ул һуҡҡан аҫалы һәм төрлө ҡорамаларҙан эшләгән буй балаҫтары, күҙ яуын алып торған сағыу-сағыу таҫтамалдары бар тирә-яҡҡа тарала, дан тота. Ҡыҙҙарға бирнәлеккә, тип ҡайҙарҙан ғына килеп алмайҙар. Кәзә мамығынан шәлдәр бәйләп, күрше ауылдарға таратҡан ул. Шулай итеп, көнөн - колхоз эшендә булһа, кистәрен, балалары йоҡоға талғас, күңелен биреп ижад эшенә тотона Ғәтифә Йомағол ҡыҙы .
Ауылда йәшәгән ябай башҡорт ҡатыны, 1967-се йылда Мәскәү ҡалаһында уҙғарылған “Оҫталар бәйгеһе”ндә ҡатнашып 1-се һәм 3-сө урын өсөн Почет Грамоталары, миҙал менән бүләкләнә. В.И.Ленин мавзолейында, бөйөк шәхестең аяҡ осона үҙе һуҡҡан аҫалы балаҫын һала. Ҡулынан килмәгән эше булмағандыр уның йәш сағында. Хатта көслө ир заты менән ярышҡандай, мейес сығарыу эшен дә үҙләштереп, “оҫта” исемен яулаған ул.
“Мейескә яға башлаһаң, өйгә төтөн тула, тын алырлыҡ булмай, торғайны, ишек асып елләтһәң һыуынып бөтә, ә өйҙә бәләкәй балалар, - ти Ғәтифә инәй. - Ни эшләйһең инде, бер көн шулай этләнгәндән һуң, мейесте төтөн юлы буйлап һүтеп ташланым да, йыйып ҡараным, тағы һүттем, тағы йыйҙым, төрлө яҡҡа борғолап эҙләй торғас, дөрөҫ юлын таптым. Бына шулай өйрәнеп алдым инде. Хәҙерге көндә лә мин сығарған усаҡ, мейестәр янында йылыныусылар бихисап әле. Ана бит, үҙемдең баҡсамда ла ултыра. Әле булһа ҡулланам, ҡаҙан аҫтына усаҡ яғып, ҡорот ҡайнатам, ҡөръән уҡытҡанда, аш һалам".
Оҫта ашнаҡсы булып та дан тота инәйебеҙ килен булып төшкән ауылында.
”Әййй, һағынам үҙем бешергән ризыҡтарҙы! Ҡосаҡҡа һыймаҫлыҡ итеп күпереп бешкән икмәктәр, утлы күмер өҫтөндә ҡабарған ҡоймаҡтар, эҫе мейестәге кәкереләр, ҡаҙанда ҡайнатҡан ҡорот, емеш-еләктән ҡойолған ҡаҡтар менән тәмле итеп сәй эсеүҙәре. Иххх, ҡайҙа минең йәш саҡтарым? Ҡартайып киттем шууул...”, — тип уфтанып ҡуя ул, был күркәм тормошҡа һоҡланып. -Ә шулай ҙа, мин бәхетле нәнәй, мул ризыҡлы етеш тормошта балаларым ихтирамын, иғтибарын тойоп – 10 ейән-ейәнсәрем, 14 бүлә-бүләсәмдең шатлыҡтарын күреп йәшәйем”, – ти 90 йәшлек Ғәтифә Йомағол ҡыҙы.
Зөбәйҙә Исламова.
Читайте нас: