Бармаҡтарына ҡарап.
Инглиз ғалимдары бик ҡыҙыҡлы тикшеренеүҙәр үткәргән. Уларҙың һөҙөмтәһе киң йәмәғәтселеккә сығарылған да инде.
Ирҙәренә хыянат итеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһында ла уртаҡ бер билдә булыуы асыҡланған: уларҙың һул ҡулындағы имән (указательный) бармаҡтары исемһеҙенә (безымянный) ҡарағанда оҙонораҡ булып сыҡҡан.
Әммә ошо уҡ теорияны ир-егеттәргә ҡарата ҡулланыу дөрөҫ түгел икән. Уларҙа бармаҡтар оҙонлоғо менән тоғролоҡ мәсьәләһе араһында бер ниндәй бәйләнеш тә юҡ, тип белдерә ғалимдар.
Фото: ledy-lisichka.livejournal.com