-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Декабрь 2020, 12:10

18 ДЕКАБРЬ - ЗАГС ОРГАНДАРЫ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨ

Граждандар хәле акттарын дәүләт теркәүенә алыу системаһы Рәсәйҙә Петр I указдарынан башлана.

1917 йылғы революциянан һуң ғаилә закондары йыйылмаһына ике мөһим реформа үткәрелгән. РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы граждандарҙың никахы, балалар һәм гражданлыҡ хәле китаптарын булдырыу тураһында декрет ҡабул иткән. Әлеге декрет элеккеге никах һәм ғаилә мөнәсәбәттәренең хоҡуҡи нигеҙен юҡҡа сығарып, ир менән ҡатынды тигеҙ хоҡуҡлы тип билдәләгән.
1918 йылдың 22 октябрендә беренсе айырым кодификацияланған (кодексҡа тупланған) ғаилә-хоҡуҡи акты – гражданлыҡ хәле акттары, никах, ғаилә һәм опекунлыҡ тураһында закондар Кодексы ҡабул ителә. Бында айырылышыу – киләсәккә никахты тарҡатыу һәм никахтың теркәү көнөнән үк ғәмәлдән сығыуы хаҡындағы айырымлыҡтар күрһәтелә.
1923 йылда яңы кодекс эшләнелә башлай. Проекттың беренсе редакцияһы ҡабул ителмәй, һәм 1925 йылда уны һәр яҡлап тикшереү өсөн халыҡ хөкөмөнә сығаралар. Ниһайәт, 1926 йылда никах, ғаилә һәм опекунлыҡ тураһында закондар Кодексы ҡабул ителә.
1944 йылдың 8 июлендә 1926 йылдан 1944 йылға ҡәҙәр никах мөнәсәбәттәрен рәсмиләштергән кешеләргә никахтарын дәүләт органдарында теркәргә, фактта булған никахлашыу көнөн һәм уртаҡ балаларҙы күрһәтергә бойорған Указ ҡабул ителә.
Әлеге Указ айырылышыу тәртибен ҡатмарландыра: никах суд ҡарары менән генә тарҡатыла.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ЗАГС бүлектәренең эшен тамырҙан үҙгәртеү кәрәк була. 1946 йылда НКВД эске эштәр министрлығы итеп үҙгәртелә, һәм 1946 йылдың 8 ғинуарында РСФСР халыҡ комиссарҙары советы гражданлыҡ хәле акттарын теркәү мероприятиеларын тәртипкә һалыу тураһында Ҡарар сығара.
1956 йылдың 25 октябренән ЗАГС бүлектәре эске эштәр министрлығына буйһоноуҙан туҡтай, һәм ЗАГС органдары хеҙмәт эйәләре депутаттарының ерле советтарына тапшырыла. 1956-1971 йылдарҙа РСФСР ЗАГС органдары менән методик етәкселекте РСФСР-ҙың Юридик комиссияһы, ә һуңынан – РСФСР-ҙың юстиция министрлығы башҡара.
1969 йылдың 30 июлендә РСФСР-ҙың никах һәм ғаилә Кодексы ҡабул ителә. Был Кодекс буйынса теркәлгән никах ҡына таныла. Элеккесә, фактта булған никахлашыу бер ниндәй ҙә хоҡуҡҡа эйә була алмай.
Айырылышыу өсөн ғаиләнең төҙәлмәҫ тарҡалыуы нигеҙ булып тора. Ир менән ҡатындың бәлиғ булмаған балалары һәм милек буйынса дәғүә булмаған осраҡта айырылышыу үҙ-ара ризалыҡ нигеҙендә ЗАГС органдарында башҡарылған.
Әлеге Ғаилә кодексын 1995 йылдың 8 декабрендә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы ҡабул итә, һәм әлеге кодекс 1996 йылдың 1 мартынан үҙ көсөнә инә.
Читайте нас: