-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Декабрь 2020, 13:05

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

Йома табынына кәбеҫтә менән иттән бәлеш

Бының өсөн ҙур булмаған кәбеҫтәнең яртыһы, 350-400 г. үткәрелгән ит, тоҙ, тәмләткестәр, укроп, петрушка, йәшел һуған, 1 стакан кефир, 1 стакан майонез, 3 йомортҡа, 1 сәй ҡалағы сода йәки 1 пакет разрыхлитель, 8 аш ҡалағы он, бәлештең өҫтөнә һөртөр өсөн йомортҡа ағы кәрәк.

Әҙерләү:
Кәбеҫтәне ваҡ итеп турайбыҙ. Уны әҙ генә һыуға һалып, йомшартып алабыҙ, ҡайнатып сығарғандан һуң һыуын һарҡытабыҙ. Петрушка, укроп, йәшел һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ. Фаршҡа тоҙ ҡушып, көнбағыш майында ҡурабыҙ. Кәбеҫтә менән фаршты, петрушка, укроп, йәшел һуғанды ҡушып бутайбыҙ.
Берәр стакан кефир менән майонезды һауытҡа ҡоябыҙ, 1 сәй ҡалағы сода һәм 3 йомортҡаны ҡушабыҙ. Шунда 8 аш ҡалағы ондо иләйбеҙ, бөтәһен дә миксер йәки туғығыс мен туғыйбыҙ.
Табаны майлайбыҙ. Ҡамырҙың яртыһын ҡоябыҙ. Кәбеҫтә менән фаршты һалабыҙ. Өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы ҡоябыҙ. Шыйыҡ ҡамырҙы тигеҙләйбеҙ, бешерергә ҡуябыҙ.
25-30 минуттан бәлештең бешкәнен тикшереп ҡарайбыҙ (зубочистка, шпажка менән). Бәлеш бешеп сыҡҡас өҫтөнә йомортҡа ағын һөртәбеҙ.


Читайте нас: