+1 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
ЙӘМҒИӘТ
21 Декабря 2020, 15:40

Ҡаршылай башланыҡмы әле?

-Яңы йыл быел йомаға тура килә буғай әле ул...-Эй, Хоҙаем, ун өсө булмаһа ғына ярар ине.

Яңы йыл байрамы - ул иртәнге аш менән тамамланыусы киске аш.
**
Ике блондинка һөйләшә:
-Яңы йыл быел йомаға тура килә буғай әле ул...
-Эй, Хоҙаем, ун өсө булмаһа ғына ярар ине.
**
Урамдан китеп барғанда бер ир күләүектә ултырған ҡатынды күрә:
– Нишләп күләүектә ултыраһығыҙ?
Күләүек тисе! Ә бәлки мин Ҡарһылуҙыр, бәлки мин эрейемдер...
**
–Яңы йылға ни уйланығыҙ?
-Ярар, булһын, тип уйланыҡ.
**
31 декабрь:
Оптимист:
–Яңы йыл иҫкеһенән яҡшыраҡ буласаҡ!
Пессимист:
–Яңы йыл иҫкеһенән насарыраҡ буласаҡ.
Реалист:
–Тағы эсергә...
**
Кескәй малай Шыршы байрамынан тырналып беткән килеш ҡайтып керә. Атаһы:
–Ни булды, улым?
–Аңлайһыңмы, атай, балалар баҡсаһында Яңы йыл байрамы булды. Шыршы ҙур ине, килүселәр аҙ ине. Әммә шыршы тирәләй барыбер хоровод әйләндек.
**
–Ысын ялғыҙлыҡ ниндәй була?
–Яңы йыл менән ҡотлап һиңа спам-хаттар ҙа килмәй.
**
Йылдың иң ҡыҫҡа көнө - 1 ғинуар ул. Уянаһың – ә тышта ҡараңғы төшөп килә!

Автор : Ибрагимова Эльмира.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/601251
Читайте нас в