+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Декабрь 2020, 19:10

Башҡортостанда законһыҙ миграция осраҡтарын бөтөрөү буйынса саралар күрелә

"Резина фатир" тигән шартлы исем аҫтындағы оператив-профилактик сараларҙың 2-се этабы уҙған.

Сит ил граждандарын күпләп миграция иҫәбенә ҡуйыу менән бәйле енәйәттәрҙе асыҡлау һәм асыу, законһыҙ миграция каналдарын бөтөрөү һәм РФ территорияһында булыу режимын күҙәтеү өлкәһендә ҡануниәтте үтәүҙе күҙәтеү маҡсатында БР буйынса Эске эштәр министрлығы тарафынан "Резина фатир" тигән шартлы исем аҫтындағы оператив-профилактик сараларҙың 2-се этабы уҙғарылған.
Тикшереү барышында 1750-ҙән ашыу объект, шул иҫәптән 560 фатир, 1 меңгә яҡын шәхси йорт, 100-ҙән ашыу баҡса йорто, 20-нән ашыу крәҫтиән-фермер хужалығы, 47 дөйөм ятаҡ, 21 ҡунаҡхана тикшерелгән.
Миграция өлкәһендәге енәйәт билдәләре булған 37 осраҡ асыҡланған, 4 енәйәт эше, шул иҫәптән РФ Енәйәт кодексының 322.2-се статьяһы буйынса (РФ гражданын килгән урынында йәки йәшәгән урынында РФ-ғы торлаҡ бинаһында ялған теркәү йәки сит ил граждандарын килгән урынында йәки йәшәгән урынында РФ-ғы торлаҡ бинаһында ялған теркәү) 9 осраҡ асыҡланған, 1 енәйәт эше ҡуҙғатылған; РФ Енәйәт кодексының 322.3-сө статьяһы буйынса (РФ-ғы торлаҡ бинаһында сит ил граждандарын килгән урындары буйынса ялған иҫәпкә ҡуйыу) 28 осраҡ асыҡланған, 3 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Бынан тыш, операция барышында Рәсәй Эске эштәр министрлығы идаралығының Өфө ҡалаһы буйынса 9-сы бүлеге тарафынан элек асыҡланған осраҡтар буйынса РФ Енәйәт кодексының 322.3-сө статьяһында ҡаралған 20 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Миграция өлкәһендә административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 297 протокол, шул иҫәптән РФ территорияһында булыу режимын боҙған өсөн 215 протокол (РФ КоАП-ның 18.8-се статьяһы буйынса - 101, 18.9-сы статьяһы буйынса -114) төҙөлгән; РФ-да хеҙмәт эшмәкәрлеген үтәүҙең урынлаштырылған тәртибен боҙған өсөн (РФ КоАП-ның 18.10-сы статьяһы буйынса - 35, 18.15-се статьяһы буйынса - 43) 78 протокол төҙөлгән; миграция иҫәбенә ҡуйғанда ялған мәғлүмәттәр биреү осрағы буйынса (РФ КоАП-ның 19.27-се статьяһы) 4 протокол төҙөлгән.
Бүздәк һәм Миәкә райондары буйынса суд органдары тарафынан сит ил граждандарына ҡарата Рәсәй Федерацияһынан ситкә ҡыуып сығарыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Эске эштәр министрлығының миграция мәсьәләләре буйынса Башҡортостан Республикаһындағы идаралығы материалдары нан.
Читайте нас: