1920 йылдың 21 декабрендә йөҙ йыл элек ГОЭЛРО планы – Рәсәйҙең Дәүләт электрификация планы – илдең иҡтисадын үҫтереүҙә беренсе киң күләмле документ ҡабул ителгән. Артабан ҙур юл үтелгән, бөгөнгө көндө энергетика – сәнәғәттең төп тармағы.
Энергетика хаҡлы рәүештә иҡтисадтың нигеҙе булып һанала. Һеҙ сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларын, ойошмалар һәм учреждениеларҙы электр энергияһы һәм йылылыҡ менән тәьмин итәһегеҙ.
Бөгөнгө шарттарҙа энергетиктар алдында энергия һаҡлауҙың һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән яңы технологияларҙы индереү, уларҙы модернизациялау, ҡайтанан йыһазлау буйынса ҡатмарлы бурыстар тора.