-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Декабрь 2020, 13:00

Ил Президенты Башҡортостан ирекмәндәренең хеҙмәтен юғары баһаланы

«Берҙәм Рәсәй» партияһының ирекмәндәр үҙәге вәкилдәрен берләштергән тәүге Социаль онлайн-форумында Владимир Путин пандемия шарттарында кешеләргә яңы социаль ярҙам саралары күрһәтеү буйынса партия активистарының тәҡдимдәрен хупланы.

Мәҫәлән, Владимир Путин Башҡортостандан бер волонтерҙың медицина персоналы булмағандарҙы COVID-19-ҙан стаховкаларға тигән тәҡдимен хупланы. Инициатива «Берҙәм Рәсәй» партияһының 14 декабрҙә уҙғарылған тәүге социальном онлайн-формумында яңғыраны.

БР дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Берҙәм Рәсәй» волонтер үҙәге активисы Яков Кугубаев хәстәханаларҙа медицина персоналы булмағандарҙы коронавирус инфекцияһынан страховкаларға тәҡдим итте. Һүҙ, тәү сиратта, йәшәү менән тәьмин итеү системаларының, кислород һ.б ҡорамалдарҙың тотороҡло эше өсөн яуап биргән белгестәр тураһында бара.
«Әле беҙҙең республикала 2400-ҙән ашыу волонтер-медик, шуларҙың 80-е – минең коллегаларым -депутатттар. Ярҙам итергә теләүселәрҙең күбеһенең медицина белеме юҡ. Медицина квалификацияһы талап ителмәгән журнал тултырыу, ауырыу үткәргәндәргә шылтыратыу, дарыу илтеп биреү кеүек эштәрҙә ярҙам итәбеҙ. Үҙем әле бер-нисә госпиталдә ярҙам иттем, дөйөм алғанда 12 дежурлыҡта булдым. 55 көн эсендә ҡалҡып сыҡҡан яңы ковид- госпиталь төҙөү эшендә ҡатнаштым, хәҙер беҙҙә улар икәү. Әммә уларҙа тик табиптар ғына түгел, башҡа персонал да эшләй, шуға күрә медучреждениеларҙа ковид-ауырыуҙар менән эшләгән медицина персоналы булмағандарҙы страховкалауҙы ентекле уйларға тәҡдим итәм», - тине Яков Кугубаев.
Әле өҫтәмә страховка түләүҙәрен коронавирус үткәргән медиктар ала. Был түләүҙәр табиптар өсөн генә түгел, ә урта һәм кесе персонал өсөн дә, шулай уҡ ашығыс ярҙам водителдәре өсөн дә ҡаралған.

Владимир Путин Башҡортостан депутатының медицина персоналы булмағандарҙы коронавирустан страховкаларға тигән тәҡдимен хупланы.

«Дискуссия барышында беҙ «ҡыҙыл зона»лағы ваҡытты иҫәпләп барыу ғәҙелерәк булыр ине тигән һығымтаға килдек. Хәүеф-хәтәр кимәле, йөкләмә төрлө. Һеҙ хаҡлы, медицина учреждениеларын тәьмин итеү буйынса кемдәр эшләй һәм нисек эшләйҙәр - иғтибарлыраҡ ҡарарға кәрәк. Мин Хөкүмәткә шундай эш ҡушам. Һеҙгә шундай тәҡдим өсөн рәхмәт», - тине Президент «Берҙәм Рәсәй»ҙең социаль онлайн-форумы барышында.
Бынан тыш, республика парламенты депутаты «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Беҙҙең хәстәр» Берҙәм волонтер үҙәге эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Ил Президенты Башҡортостан ирекмәндәренең хеҙмәтен юғары баһаланы.
Эльвира Әлмөхәмәтова.
https://gazeta-toratay.rbsmi.ru/news/Il-Prezidenti-Bash-ortostan-irekm-nd-rene-he-m-ten-yu-ari-ba-alani-600332/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=23747558
Читайте нас: