Билдәле булыуынса, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө байрам ителде. Шул уңайҙан бик күп саралар, конкурстар ойошторолдо. Шул ваҡытта интернет селтәрендә башҡорт халҡының милли аштары – бауырһаҡ, ҡош теле, урамалар тотоп, фото һәм видеоға төшкән бер төркөм мәктәп уҡыусылары иғтибарҙы үҙенә йәлеп итте һәм мин аңлатма һорап, уларҙың авторына шылтыраттым. Баҡтиһәң, улар бынан бер нисә йыл элек төшөрөлгән икән. Тик, шулай булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы Башҡорт теле көнө уңайынан социаль селтәрҙәргә урынлаштырыу айырыусы урынлы булғандыр, тип уйлайым.
Был фото һәм видеояҙмала Ҡоръятмаҫ урта мәктәбенең бер төркөм уҡыусылары һүрәтләнгән. Балалар уҡытыусылары Гөлнара Фәйзуллина менән ошо ауылдың танылған бауырһаҡ бешереү оҫталарының береһе Хәлиҙә Миниафтал ҡыҙы Шәйәхмәтоваға ҡунаҡҡа барып, ошо ҡамыр ашын бешереү серҙәренә өйрәнгән. Ул уҡыусыларға бауырһаҡ бешереү нескәлектәрен асып биргән.
«Бауырһаҡ – бик наҙлы тәмлекәс. Уны әҙерләгәндә тик юғары сортлы он, көнбағыш майы һәм йомортҡа кәрәк. Ондо бер нисә тапҡыр иләү ҙә мөһим. Майҙы ҡыҙҙырғанда ла иғтибарлы булырға онотмағыҙ – бауырһаҡ майҙың артыҡ ҡыҙып киткәнен дә, ҡыҙыулығы етмәгәнен дә яратмай, эҫе булһа – көйөп китә, һалҡыныраҡ булһа – май һеңдерә», - тип уҡыусыларға аңлата оҫта ҡуллы хужабикә.
Үҙенсәлекле «оҫталыҡ дәресе» барышында уҡыусылар урама, ҡош теле, сәк-сәк кеүек башҡорт халҡының сәй табынына ҡуйылған баллы-шәкәрле тәм-томдарын да бешереп ҡараған. Улар был дәрестең үҙҙәре өсөн файҙалы һәм әһәмиәтле булыуын, үҙ ҡулдарың менән бешерелгән тәмлекәстәрҙең һатып алынғандарынан күпкә тәмлерәк икәнен һәм өйгә таралған хуш еҫтәре менән кәйефте күтәреп ебәреүҙәрен билдәләне.
«Был дәрес ҡыҙҙарыбыҙ өсөн айырыуса файҙалы булғандыр, тип уйлайым, - ти Гөлнара Фәйзуллина, - сөнки улар – буласаҡ хужабикәләр. Ошондай милли аштарға арналған саралар милли мәҙәниәтебеҙ менән ҡыҙыҡһыныу уятырға, туған телебеҙҙе өйрәнеүгә дәртләндерергә ярҙам итә, улар аша халҡыбыҙға һәм телебеҙгә ҡарата ихтирамлы һәм иғтибарлы ҡараш тәрбиәләнә».