+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Декабрь 2020, 12:55

"Әйттем мин уға, әйттем!"

...Хәлилдең күршеһе Марс, үҙе былай ипле генә кеше, әммә аҙна-ун көн һайын ниндәй ҙә булһа бер дәғүә килтереп сығармай ҡалмай...

...Хәлилдең күршеһе Марс, үҙе былай ипле генә кеше, өйөнән тып-тын ғына сыға ла, тып-тын ғына кереп китә, зыянлы йә ғауғалы тип ауыҙ күтәреп әйтерлеге юҡ, улай... Иллә-мәгәр, бәйләнсеклеге бар инде... Бәйләнсеклеге бар... Аҙна-ун көн һайын ниндәй ҙә булһа бер дәғүә килтереп сығармай ҡалмай... Уныһы ба-ар!..
...Көндәрҙең береһендә, мәҫәлән, күтәрмәһенә менеп, ишеген асырға торғанда, ихатала йөрөгән Хәлилде күреп ала ла был, ипләп кенә һүҙ ҡуша:
- Ҡара әле, Хәлил күрше, асыуланма, йәме, үҙең былай һәйбәт кенә кеше инде һин, эйе... Ә ни эшләп һуң һинең тауыҡтарың гел беҙҙең баҡсала йөрөй? Ә? Мин шуны аңламайым!.. Кишер түтәлен бөтөнләй тырнап бөтөрҙөләр бит инде!.. Ҡабаҡтың сыҡҡан береһен сүпләп торалар!.. Ә бәрәңге төптәренә оя ҡаҙып кергәндәр!.. Әйҙә, барып ҡарайыҡ әле!..
"Һинең баҡсаңды тауыҡ кермәҫлек итеп мин кәртәләргә тейешме?" - тип тотонһаң, олораҡ тауышҡа китә, ә Хәлил ундай кеше түгел бер ҙә... Ул, күршеһе тағы берәй уй уйлап өлгөргәнсе, тиҙерәк "аҡланырға" керешә:
- Әйттем мин уларға, әйттем! Нығытып әйттем! Ниңә, мин әйтәм, күршенең ҡоймаһы тишек-тошоҡ тигәс тә, гел шунда керәһегеҙ ҙә китәһегеҙ?! Керәһегеҙ ҙә китәһегеҙ?! Ни тип, мин әйтәм, шуның кишер түтәлен тырнайһығыҙ? Һеҙгә, мин әйтәм, ихатала сүп бөткәнме?! Ни тип, мин әйтәм, шуның ҡарап торған бер бәрәңгеһен ҡаҙыйһығыҙ?! Һеҙгә ихатала ҡом бөткәнме? Тыңламайҙар, инде бына, тыңламайҙар!.. Ярар, күрше, һин бик нитмә, мин уларға тағы бер ҡат нығытыбыраҡ әйтеп ҡарармын әле! Эйе! Нығытып әйтермен!
...Марс, яуап ҡайтарырға һүҙ табалмайынса, өйөнә кереп китә...
...Тик, аҙна-ун көн үтеүгә, тағы бер дәғүә килтереп сығара бит, әй!..
- Ҡара әле, Хәлил күрше! - ти, күтәрмәһенән тороп. - Үҙең былай әйбәт кенә кеше инде һин, эйеме... Нисә йылар күрше булып тороп, ҡул күтәрешеү түгел, ҡысҡырып һүҙ ҙә әйтешкән юҡ бит инде беҙҙең ике арала, эйеме... Ә ни эшләп һуң кисә һинең әтәсең, ҡойма аша осоп кереп, беҙҙең әтәсте ҡанға туҙҙырып талаған? Ә? Йөндәрен туҙҙырып, кикереген телгәләп, аяғын аҡһатып бөтөргән?!. Әйҙә әле, менә, үҙең кереп кара әле...
- Әйттем мин уға, әйттем! - тип керешә Хәлил был юлы ла. - Нығытып әйттем! Нәрһә, мин әйтәм, тауыҡтарҙан эре күкәй һалдырта торған затлы нәҫел була тороп, шул тоҡомһоҙҙар яғына керәһең? Мин, тим, һине, йүнһеҙҙе, фәләнсә иклем һумдарға төшөрөп, күрше тауыҡтары өсөн һатып алдыммы? Юҡ инде, тыңламай! Тыңламагас, тыңламай!.. Ярар, күрше, һин бик нитмә, мин уға тағын бер нығытып әйтермен әле! Затлы нәҫел тип тормам мин уны! Тибеп осорормон, тағы ла тыңламаһа!!
...Ләкин, эш уға тиклем ук барып етмәй. Марс күрше, дөйөм алғанда, һәйбәт кеше бит ул үҙе... Икенсе көндө, күтәрмәһендә тапанып, ихатала йөрөгән Хәлилгә ипләп кенә тағы һүҙ ҡуша:
- Һин Хәлил күрше, кисә мин әйткәнде ҙурға алма инде, йәме... Кергәләһен әтәсең беҙҙең яҡҡа ла, бик теләге булгас улай... Эйе... Әтәс бит ул, әтәслеген итер инде... Бер ни эшләп тә булмай инде... Һүҙ әйтмә һин уға...
Зөбәйер Мифтахов.
Фото: ok.ru
Автор : Ибрагимова Эльмира.
https://omet-rb.rbsmi.ru/articles/d-biyat/yttem-min-a-a--yttem-600834/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35371039
Читайте нас: