+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Декабрь 2020, 14:10

Донъяға йәм өҫтәй ҡулдары...

Беҙҙең районда бөтә кешеләргә өлгө булырлыҡ уңған ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар бик күп. Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе Зөлфиә Мансур ҡыҙы Нафиҡова шундай кешеләрҙең береһе.Уның тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Шундай ихлас, үҙ эшенә, яратҡан шөғөлөнә мөкиббән киткән кешеләр була, әйтерһең дә улар тыуған көндәренән алып бөтә ғүмерҙәре буйына тик ошо эштәрҙе генә башҡара.
Зөлфиә Мансур ҡыҙы Нафиҡова Дәүләкән ҡалаһында йәшәй. Уҡытыусы һөнәренә бала саҡтан ғашиҡ булған, унан башҡа тормошон күҙ алдына ла килтерә алмаған һәм уға ғүмере буйына тоғро ҡалған педагог 30 йылдан ашыу ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған – башҡорт теле һәм уҡытыусыһы булып хеҙмәт һалған.
Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Зөлфиә Мансур ҡыҙы ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ фантазияһы, тыумышынан килгән тырышлығы, донъяның матурлығын күрә һәм күңеле менән тоя белеүе гүзәл ханымды яңынан-яңы әйберҙәр ижад итергә этәрә. Ә бит нимәләр генә тыуҙырмай уның фантазияһы! Юҡҡа ғынамы ни халыҡта: «Һәләтле кеше бар яҡлап та һәләтле», - тигән әйтем йәшәй. Эйе, Зөлфиә Мансур ҡыҙына был һүҙҙәр тулыһынса тап килә! Уның тынғы белмәҫ ҡулдары, матурлыҡ яратыусы күңеле тыуҙырған нәзәкәтлек һәм нәфислек өлгөһө булырлыҡ ижад емештәрен күргәндәр һоҡланыуҙарын йәшерә алмай.
Алтын ҡуллы ханым энәләр һәм ырғаҡтар ярҙамында бәйләй ҙә, матур итеп тегә лә, аш-һыуға ла маһир: тәмле бәлештәре, еләк-емештәрҙән ҡойған ҡаҡтары телеңде йоторолоҡ була! Бынан тыш фоарамин һәм изолондан яҡтыртҡыстар, бралар, торшерҙар, төрлө сәскәләр, уйынсыҡ еләк-емештәрҙән төрлө паннолар, статуэткалар ҙа яһай. Бәйләгән кофта, күлдәк, башлыҡтарының, яһаған әйберҙәренең иҫәбе-һаны юҡ!
Нафиҡовтар ғаиләһенең кешеләрҙе һоҡландырырлыҡ тағы ла бер яғы бар. «Силәгенә күрә – ҡапҡасы» тигән әйтем дә тап улар өсөн яҙылған тиерһең. Зөлфиә Мансур ҡыҙының тормош иптәше Ғазинур Марат улы ла уңған ир-егеттәрҙең береһе. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем уларҙың баҡсаһына килеп инһәң, үҙеңде ожмах баҡсаһынадағы һымаҡ хис итәһең. Нимәләр генә үҫмәй бында! Алма, груша, сейә, һары сейә (черешня) ағастарының бер нисә төрөн, хатта беҙҙең яҡтар өсөн ғәҙәти булмаған персик, емештәрен күтәрә алмаған абрикос ағастарын күреп хайран ҡалырлыҡ! Ә аллы-гөллө сәскәләрҙең, айырыуса рауза гөлдәренең тиҫтәләгән төрө тирә-яҡҡа йәмдәр сәсеп, күҙҙең яуын алып ултыра. Был матурлыҡтың бөтәһен дә Ғазинур Марат улының тырыш ҡулдары тыуҙырған.
Эйе, һоҡланғыс ғаилә йәшәй Дәүләкәндә! Үҙҙәренең күңелдәре лә, тормоштары ла иҫ китерлек, сөнки улар яҙмыштарын бәхет бөртөктәренән ҡороп, көндән-көн тулыландырып, эшләгән әйберҙәре менән донъяны йәмгә төрөп, күркәм холоҡтары менән әйләнә-тирәләгеләргә нур өләшеп, бәхеттәре менән бүлешеп йәшәйҙәр. Хоҙай уларҙы ошо бәхеттәренән айырмаһын!
Фотолар З.М. Нафиҡованың шәхси архивынан алынды.
Читайте нас: