+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Декабрь 2020, 13:00

көләмәс, мәрәкә, ҡыҙыҡ

Бер аҙ кәйеф күтәреп алайыҡ, дуҫтар!Артабан беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Баш табип дауахана буйлап тикшереп йөрөй.
- Коронавирус шиге булған пациент менән хәлдәр нисек?
- Былай насар түгел. Айырым палатаға һалып ҡуйҙыҡ. Махсус диета тәғәйенләнек.
- Ниндәй диета ул тағы?
- Печенье ашатабыҙ.
- Ни өсөн печенье?!!
- Һуң, ишек аҫтындағы ярыҡҡа печеньенан башҡа бер нәмә лә һыймай бит!

Балалар баҡсаһында тәрбиәсе балаларҙан һорай: — Ниндәй ҡошҡа оя кәрәкмәй? — Кәкүккә! — Ни өсөн? — Сөнки ул сәғәт эсендә йәшәй.

Уҡыусылар тарих музейына экскурсияға барған. Боронғо Египт фирғәүененең мумияһы алдында ике малай гәп һата:
— Ҡара әле, бөтөн тәнен бинт менән урағандар.
— Шулай шул. Боронғо Египет хулигандары ныҡ туҡмағандыр инде быны.
Төндә күк йөҙөндә яңы тулып килгән айҙы күреп, Нәзир өләсәһенә:
– Өләсәй, өләсәй, ҡара әле, айҙы ҡырҡҡыслап бөткәндәр, – ти.
Гульшат Имельбаева.
Фото интернеттан алынды.
https://zori102-b.rbsmi.ru/articles/common_material/k-l-s-m-r-k--i-i-600258/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=107891741
Читайте нас: