Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Дәүләкәндә йәшәгән 54 йәшлек водитель эскән килеш руль артына ултыра, һөҙөмтәлә машинаға идара итеүҙе юғалтып, һул яҡҡа оса һәм бағанаға бәрелә. Машина салонындағы 51 йәшлек пассажир алынған тән йәрәхәттәренән дауаханала вафат була. Автоинспекциянан белдереүҙәренсә, водитель шыр иҫерек була.
Кис йәнә бер үлемесле авария Шишмә районында теркәлә. Һамар - Өфө - Силәбе автомобиль юлының 1436-сы километрында йәйәүле тапала. "Citroen C4" машинаһы тәгәрмәсе аҫтында Әлшәй районы ауылдарының береһенән 45 йәшлек ир ҡалған. Водитель әйтеүенсә, йәйәүле ҡапыл юлға килеп сыҡҡан, һөҙөмтәлә ваҡиға урынында уҡ йән биргән.
Ике осраҡ буйынса ла тикшереү бара, авария сәбәптәре асыҡлана.
Юлдарҙа имен-һау йөрөгөҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!