Һәр дәүләттең бөтөнлөгөн һаҡлап торған төп документы була.
Бынан 26 йыл элек, йәғни 1993 йылдың 24 декабрендә, Башҡортостандың Төп законы ҡабул ителә.
Илебеҙ ауыр ваҡыттар кисергән осорҙа беҙҙең республика үҙенең төп документын ҡабул итеп, илдәге федерализмды яҡлауға тәүгеләрҙән булып үҙ өлөшөн индереүе менән дә ҡәҙерле был көн.