Билдәле булыуынса, Башҡортостан Республикаһында Яңы йыл сараларының исемлеге төҙөлдө. Уға ярашлы, һәр көндөң исеме бар. Мәҫәлән, 25 декабрь - Йомшаҡ шыршыҡай һәм бүләктәр көнө. Ошо уңайҙан мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары балалар өсөн асыҡ һауала байрам тантаналары ойошторҙо. Шундай сараларҙың береһе Ҡоръятмаҫ урта мәктәбе уҡыусылары өсөн ойошторолған.
Әйтеүебеҙсә, быйыл күп кеше ҡатнашҡан күләмле байрам саралары пандемия сәбәпле асыҡ һауала, мәҙәниәт йорто эргәһендәге майҙансыҡта уҙған. Йола буйынса балаларҙы Ҡыш Бабай (Азамат Шәйәхмәтов), Ҡарһылыу (9 класс уҡыусыһы Наҙгөл Ғилманова) уҡыусыларҙы яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлап, уларға киләсәккә изге теләктәрен еткерҙе. Балалар төрлө конкурстарҙа, викториналарҙа ҡатнашты, командаларға бүленеп, ҡыҙыҡлы уйындарҙа ярышты. Йола буйынса шыршы тирәләй уҙғарылған әйлән-бәйлән дә ғәҙәти булмаған форматта, етәкләшмәй генә, социаль арауыҡты һаҡлап, ҡулдарын билдәренә ҡуйып ойошторолдо, сөнки һәр йыл башҡарыла торған "В лесу родилась елочка"ны йырламағас, ниндәй Яңы йыл ти инде, ул?!
Конкурстар, уйындар барышында балаларға ҡамасауларға тырышып йөрөгән Мәскәй әбей ҙә (Гөлнара Фәйзуллина) байрам һуңында уларҙың ярҙамсыһына әйләнеп китте.
Сара аҙағында байрамда ҡатнашыусылар быйылғы йыл хужаһы Сысҡанды (Динара Биктимерова) оҙатып ҡалды. Ә Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу балаларға бүләктәр һәм тәмлекәстәр таратты. Байрам бик күңелле үтте һәм бөтәһенә лә оҡшаны.