-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Декабрь 2020, 14:10

Ҡышын да мәшәҡәттәр етерлек

"Асылыкүл" тәбиғәт паркы хеҙмәткәренең мәшәҡәттәре етерлек. Улар тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

"Асылыкүл" тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре байрам алды көндәрендә лә парктың мәшәҡәттәре менән ҡайнап йәшәй. Ә улар етерлек. Йәйге ығы-зығылар тамамланып, парк хеҙмәткәрҙәре бер аҙ ял итеп тә өлгөрмәне, яңынан-яңы мәшәҡәттәр менән улар парк киңлектәрен буйлай.
Мәҫәлән, ошо көндәрҙә егерҙар Алға ауылын эсәр һыу менән тәьмин итеүсе быуаны боҙҙан таҙартыу буйынса өмәлә ҡатнашҡан. Бөгөнгө көндә иһә, көндәр һалҡын тороу сәбәпле, Асылыкүлдәге боҙҙоң ҡалынлығы 45 сантиметрҙан артҡанлыҡтан, балыҡтар тонсоҡмаһын өсөн мәкеләр уйыу менән шөғөлләнә башлағандар.
Бынан тыш, парк хеҙмәткәрҙәре урмандарҙа йәшәгән хайуандар һәм ҡоштарҙы ла ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Улар ҡоштарға тағараҡтар яһай һәм башҡаларҙы ла үҙ миҫалдарына эйәрергә саҡыра. Бынан тыш хайуандар өсөн эшләнгән махсус улаҡтарға бесән һәм иген һалына, ялар өсөн таш тоҙ ҡуйыла.
Бына шулай алды-ялды белмәй, үҙ эштәренә яуаплы ҡарап, тырышып хеҙмәт һала "Асылыкүл" тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре.
Байрам алды көндәре булғанлыҡтан, кисә тәбиғәт паркына ла Ҡыш Бабай килгән һәм хеҙмәткәрҙәргә фиҙакәр хеҙмәте өсөн рәхмәт һүҙҙәре һәм изге теләктәр әйтеп, бүләктәр ҡалдырып киткән.
Читайте нас: